

“Улым иртәнге сәғәт етелә генә ҡайтып төштө. Һағынышҡанбыҙ, айырылыша алмайбыҙ әле. Ана, малайҙары атаһына нисек һырылышҡан, уйын ҡайғыһы ла юҡ”, – тип йөҙө ҡояштай балҡыған Татьяна Шәмсетдинова шатлығын йәшермәне.
Биш ул тәрбиәләп үҫтергән әсә өсөн уларҙың һәр береһе яҡын, һәр береһе ҡәҙерле. “Тырышып-тырмашып, ауырлыҡтарҙы еңә-еңә бишеһен дә яратып үҫтерҙем. Төпсөк улым ваҡытһыҙ вафат булғас, ҡалғандары өсөн айырыуса борсолоп, ут йотоп йәшәйем. Әсәләрҙең тәҡдире шулдыр инде. Өлкән улым Федот - махсус хәрби операция ветераны, өсөнсө төркөм инвалиды. Беҙ уның контракт төҙөп, Ватан һағына баҫыуын белмәй ҙә ҡалдыҡ. Балаларын, ҡатынын яңғыҙ ҡалдырып, алғы һыҙыҡҡа китеүен ҡоҙам аша ғына белдем. 2023 йылда яраланғандан һуң бер нисә тапҡыр операция үткәрҙе. Аллаға шөкөр, хәҙер барыһы ла яҡшы.
Икенсе улым Евгений Туймазыла йәшәй һәм Себергә вахта ысулы менән йөрөп эшләй. Өсөнсөһө – Андрей улым махсус хәрби операция зонаһынан бөгөн генә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып төштө. Дүртенсеһе – Эдуард әле Өфөлә предприятиеларҙы һаҡлау эшендә, ғаиләһе менән Шаранда йәшәй, килен менән өс ул үҫтерәләр, – тип әсә балаларының һәр береһе тураһында ҡыҫҡаса булһа ла һөйләргә тырышты.
Татьяна улдарының ҡатмарлы заман киңлегендә үҙ урындарын табыуҙарына, уңышлы ғаилә ҡороуҙарына, тормош юлдаштарын һайлай белеүҙәренә ысын күңелдән ҡыуана. “Килендәремдән уңдым, ҡайһыһын алһаң да, һүҙ тейҙерерлек түгел. Улар, караптың капитаны кеүек, тура юлдан ел-дауылға эләкмәй барыу өсөн ҡулдан килгән һәр нәмәне эшләй. Һоҡланып ҡарайым йәштәргә”, – ти ҡәйнәләре. Әсә Андрей менән Эльза йәшәгән йортҡа яҡын ғына ерҙә тора, “бер-беребеҙгә ярҙамлашып, кәңәшләшеп донъя көтәбеҙ, борсолоуҙарҙы ситкә ҡыуырға, яҡшыға өмөтләнергә тырышабыҙ”, ти ул.
Андрей Павлович Шәмсетдиновты ауылдаштары аҙ һүҙле, ҡырыҫыраҡ холоҡло булыуына ҡарамаҫтан, үҙ һүҙендә торған, эшһөйәр егет тип хәтерләй. Ялға ҡайтҡан арала Иҫке Тамъян урамын төҙөкләндереү өсөн машинаһын да, ҡом-ҡырсынын да тапҡан, ә Өлкән йәштәгеләр көнөндә бөтә күрше-күләненә хризантема сәскәләре бүләк итеп барыһын да аптыратҡан. Баҙғыя ауыл хакимиәте рәйесе Светлана Иванова әйтеүенсә, егет тыштан ҡоро, үҙ һүҙле “атаман” кеүек тойолһа ла, йомшаҡ күңелле, хис-тойғоға бай, үҙенә ауырлыҡ тыуҙырып булһа ла, һис икеләнеп тормай ярҙамға ашығыусы уҙамандарҙың береһе.
Яугир прапорщик званиеһында радиореле станцияһы начальнигы булып хеҙмәт итә. “Ер ҡаҙабыҙ, ер аҫтынан элемтә бәйләнешен һуҙабыҙ, эш күп”, – тип хәрби хеҙмәте тураһында бер һөйләм менән генә аңлатты ул. Андрей Павлович махсус хәрби операцияла күрһәткән ныҡышмаллығы, ҡыйыулығы өсөн Шайморатов миҙалы, “Батырлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға”, “Һәләк булғандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалдары менән наградланған. Яугир блиндаж тормошо, хеҙмәттәштәре менән таныштырҙы, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыһының да ҙур тырышлыҡ һалыуын билдәләне.
Егеттең әсәһе Татьяна ла, ҡатыны Эльза ла ауыл хакимитенең яугир ғаиләләренә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуын, даими иғтибар күрһәтеүен, утын менән тәьмин итеүен билдәләне. “Ауылдаштарыбыҙ ялға ҡайтҡан егеттәребеҙ артынан күстәнәстәр, айырыуса маскировка селтәрҙәре биреп ебәрергә тырыша”, – ти улар.
Эльзаның тәүге никахтан тыуған 20 йәшлек улы ла бөгөн махсус хәрби операция зонаһында элемтәсе булып хеҙмәт итә. “Вилдарҙы хеҙмәткә оҙатҡаныбыҙға ике йыл булды инде. Ейәнемде тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөмә алғанмын, бергәләп һөйөнөп атаһын ҡаршыларға яҙһын”, – тип теләй Эльза Роберт ҡыҙы. Илебеҙҙәге йөҙәрләгән, меңәрләгән әсәләр кеүек Шаран әсәләре лә улдарының балалары киләсәге хаҡына еңеү менән, тыуған яғына имен-аман әйләнеп ҡайтыуын көтә...
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Светлана Иванова фотоһы.