

Бүздәк районына эш сәфәренә барған саҡта махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан “Ягр” позывнойлы замандашыбыҙ менән осрашыу насип булды. Сабыр ғына холоҡло яугирҙән ныҡлыҡ, төплөлөк сағыла.
Хәрби хеҙмәткә ҡыҙыҡһыныуы уның бала сағынан. Атаһы ла хәрби кеше була, ул хәрби хеҙмәтен үтәгәндә ғаиләләре менән Германия Демократик Республикаһында ла йәшәп алырға тура килә.
Шуға “Ягр” ҙа үҙен йәштән армияға әҙерләй. Һалдат бурысын Чечняла үтәй. Махсус хәрби операция башланғас, 2022 йылдың ноябрендә үҙ ирке менән унда юллана. Әле ул “СКАД” батальонында, йәғни махсус әүҙем хәрәкәттәр командаһында хеҙмәт итә.
Махсус хәрби операцияға барыу ниәте тураһында ул яҡындарына һуңынан ғына әйтә. Уның ҡарарын аңлап ҡабул итәләр. “Иҫән йөрө” тигән теләктәре менән оҙатып ҡалалар.
– Әле ялға ҡайттым. Ауылда эш күп, ярҙам да итеп өлгөрөргә кәрәк, – тип ауылдағы ялына ҡәнәғәтлеген белдерҙе “Ягр”.
Дүрт йыллап яуҙа йөрөгән һалдатҡа махсус хәрби операция холҡона нисек йоғонто яһаған? Үҙгәрткәнме уны?
– Холҡом үҙгәрмәне. Бар нәмәгә тыныс ҡына ҡарайым. Иң мөһиме – ил алдындағы бурысымды үтәйем, еңеүгә үҙ өлөшөмдө индерәм, – тине яугир.
Башҡортостандан ярҙам килеүе тураһында ла һөйләне. Бүздәктән генә түгел, башҡа райондарҙан да гуманитар ылауҙар ебәреүҙәре тураһында әйтте.
– Балаларҙан хаттар килә. Бер ҡыҙ баланың теләк яҙып, үҙ ҡулдары менән эшләгән бетеүен һаҡлайым. Донъялар тынысланғас, еңеү менән ҡайтҡас, шул ҡыҙҙы эҙләп табып, бүләк бирергә тигән ниәтем дә бар, – ти яугир.
Батырҙы наградалары ла биҙәй. Махсус хәрби операциялағы лайыҡлы хеҙмәте өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән. “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” тигән миҙалы ла бар. “Икенсе дәрәжә хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән Чечняла хеҙмәт иткәндә наградлана. Ул - хәрби хәрәкәттәр ветераны ла.
“Ягр” позывнойлы һалдаттың әсәһе Руния апай менән дә һөйләшеү форсаты тейҙе. Улы өсөн ғорурлыҡ та, иҫән-имен йөрөһөн өсөн борсолоу ҙа тойола уның кәйефендә.
– Улым дүрт йылға яҡын махсус хәрби операцияла. Әлбиттә, көтөүҙәре ауыр. Тыныс йоҡлаған төн юҡ. Ялға ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтөп алам да ҡабат оҙатыуҙары ныҡ ҡыйын. Иң мөһиме – иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Ғөмүмән, барлыҡ яугирҙәргә имен-аман тыуған ерҙәренә аяҡ баҫырға яҙһын, – тигән изге теләктәрен юлланы әсә.
Тотош илебеҙ, халҡыбыҙ “Ягр” һымаҡ ышаныслы ир-егеттәргә таяна, уларға өмөт менән ҡарай, еңеүҙе көтә.
Яуҙа йөрөгән егеттәребеҙгә яҡын киләсәктә хөрмәтле ветеран булып, орден-миҙалдарын тағып, йәш быуын менән осрашыуҙарға йөрөргә яҙһын.
Автор фотоһы.