

Армияла хеҙмәт итеүҙе һәм Ватан сиктәрен һаҡлауҙы 36 йәшлек Исламғол ауылы егете изге бурысы тип һанай. Алыҫ Көнсығышта 2009-2010 йылда радио-электрон көрәш ғәскәрендә хеҙмәт иткән, 2023 йылда үҙ теләге менән контракт төҙөп, МХО биләмәһенә юлланған яҡташыбыҙ һауа-десант ғәскәренә эләккән. Башта ул БПЛА операторы булып, һуңғараҡ штурмлаусылар батальонында алғы һыҙыҡта яуҙа һуғышһа, һуңғы йылдарҙа водитель вазифаһын атҡара. “2024 йылда яраланып, госпиталдә дауаланғандан һуң УАЗ машинаһына ултырттылар. Дөрөҫөн әйткәндә, оператор булып хеҙмәт итеүе күпкә хәүефһеҙерәк”, - ти яугир.
“Бәләкәй”ҙең әйтеүенсә, бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә төрлө модификациялы дрондарға ҡаршы һуғышырға тура килә, сәғәтенә 130 километр үткәндәре лә бар. Шуға ла яугирҙәрҙең компьютерҙа программа яҙа алыуы, дрондарҙың техник төҙөлөшөн белеүе кәрәк.
Тыныс тормошта йыуаш күренгән башҡорт егете яуҙа арыҫландай ҡыйыу яугиргә әйләнгән! Ҡаҡса ғына, буйға ла артыҡ оҙон булмаған Мәләүез егете ҡаһарманлығы өсөн икенсе дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа миҙал менән наградланған. Командование “Рәсәй Геройҙары” программаһына ҡатнашырға ла тәҡдим иткән.
“Бәләкәй”ҙең әйтеүенсә, ил һаҡсыларыбыҙ ирекмәндәрҙең ярҙамына ныҡ мохтаж. Уларҙың батальонына “Мобилизация Мәләүез” ирекмәндәр хәрәкәтенән Ольга Новикова ике тапҡыр гуманитар ярҙам алып килгән. “Бензин менән тәьмин ителеш ауырыраҡ, шуға дизель менән эшләгән генераторҙар кәрәк”, - ти был юлы машина менән ҡайтҡан яугир маскировка селтәре, ҡоро аш һәм башҡа төрлө гуманитар ярҙам тейәп китергә йыйынған яугир.
Ҡатмарлы шарттарҙа яугирҙәр өсөн ваҡ-төйәк булып күренгән әйберҙәр ҙә кеше ғүмерен ҡотҡара ала. Яугирҙәрҙең иҫән-һау тыуған яҡҡа ҡайтыуы өсөн, бында, тылда көс һалырға кәрәклеген аңлаған "Ышаныслы тыл", "Йөрәк ҡушыуы буйынса" хәрәкәте ирекмәндәре гуманитар ярҙам биреп, изге теләктәр теләп оҙатты. Мәләүездәр еңеү менән имен-аман ҡайтыуыңды көтөп ҡала, ҡаһарман!