Барыһы ла Еңеү өсөн
4 Сентября , 17:00

"Хис һағында булған мин сабыр ҙа, Ил һағында булған һин батыр..."

Уның шиғырҙарында шәхси кисерештәр генә түгел, ә ил һағында торған ир-егеттәргә, уларҙы көтөп алыусы ҡатын-ҡыҙҙарға булған ихтирам да сағыла. Айгөл үҙе — батыр ҡатыны...

"Хис һағында булған мин сабыр ҙа, Ил һағында булған һин батыр...""Хис һағында булған мин сабыр ҙа, Ил һағында булған һин батыр..."
"Хис һағында булған мин сабыр ҙа, Ил һағында булған һин батыр..."

Мөхәббәт һәм көс рухы

Өфөлә шағирә Айгөл Йәмилеваның ижад кисәһе үтте.

Бөгөн Өфөләге «Китап» магазинында көҙгө һалҡынса һауаны йылытырлыҡ мөһим сара үтте. «Ете ҡыҙ» ойошмаһы тарафынан ойошторолған был кисә мөхәббәткә һәм тыныслыҡҡа бағышланды. Үҙәктә — шағирә, яугир ҡатыны Айгөл Йәмилеваның ижады.

Осрашыуҙың төп лейтмотивы итеп мөхәббәт алынды. Тап ошо хистәр аша шағирә үҙенең иң нескә тойғоларын, һағышын һәм өмөтөн еткерә алды. Уның шиғырҙарында шәхси кисерештәр генә түгел, ә ил һағында торған ир-егеттәргә, уларҙы көтөп алыусы ҡатын-ҡыҙҙарға булған ихтирам да сағыла. Айгөл үҙе — батыр ҡатыны, шуға күрә уның «Хис һағында булған мин сабыр ҙа, Ил һағында булған һин батыр...» тигән юлдары айырыуса тәрән мәғәнәгә эйә булды.

Кисәлә шиғырҙар менән бер рәттән йырҙар ҙа яңғыраны. Билдәле йырсы, «Ҡош юлы» республика фестивале лауреаты Альбина Шәмсетдинова гитарала уйнап, моңло йырҙарын бүләк итте. Сарала башҡортса ла, русса ла әҫәрҙәр уҡылды, был осрашыуҙың рухи мөхитен тағы ла байытты.

Өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары өсөн был кисә көҙгө көндәрҙә күңел йылыһы алырға, шиғриәт һөйөүселәр менән аралашырға мөмкинлек бирҙе. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар йәмғиәттә рухи ныҡлыҡты һәм берҙәмлекте һаҡларға ярҙам итә.

Фото: Илмир Ҡотлогилдин.

"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

"Хис һағында булған мин сабыр ҙа, Ил һағында булған һин батыр..."
"Хис һағында булған мин сабыр ҙа, Ил һағында булған һин батыр..."
"Хис һағында булған мин сабыр ҙа, Ил һағында булған һин батыр..."
"Хис һағында булған мин сабыр ҙа, Ил һағында булған һин батыр..."
Автор:Илмир Ҡотлогилдин 
Читайте нас