

Махсус хәрби операция ветераны, “Башҡортостан геройҙары” программаһы финалисы Фәнил Бикҡужиндың тормошонда мөһим ваҡиға булды – ул рәсми рәүештә никахын теркәне.
Фәнил Бикҡужин Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән, 33 йәшендә ҡаты хәрби юл үткән.
Штурмовиктар взводы командиры булып хеҙмәт итә. Күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Батырлыҡ ордены, "Суворов" һәм "Шайморатов" миҙалдары менән бүләкләнә.
Демобилизациянан һуң Фәнил ғаиләһе менән Күмертауҙан Өфөгә күсеп килә, “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһында ҡатнаша һәм финалға уңышлы үтә. Хәҙер ул Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында “Дәүләт һәм муниципаль идара итеү” һөнәре буйынса уҡыуын дауам итә.
Фәнилде һәм уның ҡатынын ошо мөһим ваҡиға менән ҡотлап, уларға ғаилә бәхете, мөхәббәт һәм именлек теләйбеҙ.
Уларҙың ғаиләһендә шатлыҡ, йылылыҡ һәм татыулыҡ хакимлыҡ итһен.
Фото сығанағы: vk.ru/geroi_bashkortostana.