Барыһы ла Еңеү өсөн
5 Сентября , 19:25

Студент бер йылға махсус контракт төҙөгән

БПЛА ғәскәрендә хеҙмәткә нисек әҙерләйҙәр?

Студент бер йылға махсус контракт төҙөгәнСтудент бер йылға махсус контракт төҙөгән
Студент бер йылға махсус контракт төҙөгән

Яҡташыбыҙ, Рәсәй технология университетындағы Киберхәүефһеҙлек һәм һанлы технологиялар институтының 4-се курс студенты, академия ялы алып, Рәсәй Оборона министрлығы менән махсус контракт төҙөгән.

Хәҙер ул пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт башлар алдынан уҡыуҙар үтә.

"Блиндаждарҙа йәшәнек. Тәүҙә, әлбиттә, шарттарға күнегергә тура килде, бер нисә көндән барыһына ла өйрәнеп киттек. Бөтәһе лә үҙеңдән тора, - ти ул. - Пилотһыҙ аппараттарҙы бөтә яҡлап үҙләштерәбеҙ, был йәһәттән теоретик дәрестәр ҙә, ғәмәли күнекмәләр ҙә остаздар тарафынан бик файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп уҙғарыла. Бындай төплө белем бер көнлөк түгел, ул киләсәктә лә - граждандар тормошонда ярҙам итәсәк. Мин Рәсәй Оборона министрлығы менән бер йылға махсус контракт төҙөнөм, артабан университетта белем алыуҙы дауам итәсәкмен, тимәк, әлеге тәжрибәм уҡыуымда ла кәрәгәсәк, үҫешкә булышлыҡ ҡыласаҡ".

Сығанаҡ: "Башҡорт батальоны" төркөмө.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас