

Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар батальонына ҡабул итеү дауам итә. Республика халҡы Оборона министрлығы менән махсус хәрби операция зонаһында БПЛА операторҙары һәм был подразделениеның башҡа һөнәрҙәре буйынса хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөй.
Республика Башлығының РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин, башҡорт дроноводтар батальонын ойоштороу инициативаһы менән сығыш яһап, ватанға хеҙмәт итергә теләк белдергән ир-егеттәргә рәхмәт белдерҙе.
Яңы батальонға кемдәрҙе йыялар? Тәү сиратта 18-35 йәшлек егеттәр. Тап дрондар менән идара итеүҙә уларҙың һөҙөмтәләре яҡшыраҡ. Йәштәрҙең өҫтөнлөктәре бихисап – яҡшы реакция, тиҙ өйрәнеү һәләте, моторика, яңылыҡтар уйлап табыу. Унда шулай уҡ 35-45 йәшлек ир-егеттәр — водителдәр, механиктар, электриктар хеҙмәт итә ала. Хеҙмәт өсөн кәрәкле күнекмәләргә килгәндә, БПЛА операторы роле геймерҙарға айырыуса еңел бирелә. Үҙ көсөн махсус аппаратура ҡуйылған батальон штабында һынап ҡарарға мөмкин.
Батальонға бөтәһе 300 кеше йыйырға кәрәк. Егеттәр унда әүҙем бара, махсус контрактҡа ҡул ҡуйғандар байтаҡ. Уның ваҡыты бер йыл. Был ваҡыт яңы һөнәрҙе үҙләштерергә һәм артабанғы яҙмышты хәл итергә етә. Һуңынан яугир контрактты оҙайта йәки хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын һәм пилот документын алып, өйөнә ҡайта ала.
Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт йылы яугиргә етди социаль гарантиялар һәм ғүмеренең ҡалған өлөшөнә льготалар бирә. Был – ветеран таныҡлығы ла, түләүҙәр ҙә, дәүләт наградалары ла, бөтә ярҙам саралары ла. Карьера үҫеше йәһәтенән улар алдында ҙур перспективалар асыла. Ә шулай уҡ хәрби хеҙмәт ваҡытында уның гражданлыҡ һөнәре һаҡлана.
Бер йыл хеҙмәт иткән өсөн БПЛА операторына 4 миллион 120 мең һум түләнә, шулай уҡ ҡыйратылған техника һәм дәүләт наградалары өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.
Был тәҡдимдән юғары уҡыу йорттары һәм колледж студенттары ла файҙалана ала. Хеҙмәт итеү осоронда уларға академик отпуск бирелә, ә бер йылдан улар бюджет нигеҙендә уҡыуын дауам итә ала.
Әлбиттә, БПЛА ғәскәрҙәренә эләгергә теләүселәргә тәүҙә һайлап алыуҙы үтергә тура киләсәк. Дәғүәселәр А категориялы булырға, йәғни тулыһынса сәләмәт булырға тейеш. Контрактҡа ҡул ҡуйыр алдынан улар тағы бер тапҡыр хәрби-табип комиссияһын үтәсәк. Бынан тыш, уларҙың ябылмаған хөкөм ителеүе булырға тейеш түгел.
Муса Гәрәев исемендәге башҡорт пилотһыҙ системалар батальонына инергә теләгәндәр Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3 адресы буйынса мөрәжәғәт итә, шулай уҡ бөтә ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте: +7 908 358 0000, +7 995 948 6541 номерҙары буйынса белә ала.