Барыһы ла Еңеү өсөн
9 Сентябрь , 14:00

Иҫке Ҡыйышҡы ирекмәндәре өлгө күрһәтә

Был һөнәргә улар Һәүәләй оҫталарынан өйрәнгән.

Иҫке Ҡыйышҡы ирекмәндәре өлгө күрһәтәИҫке Ҡыйышҡы ирекмәндәре өлгө күрһәтә
Иҫке Ҡыйышҡы ирекмәндәре өлгө күрһәтә

Яҡты киләсәгебеҙ хаҡына хеҙмәт иткән яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәткән һәр замандашыбыҙ һоҡланыу уята. ‎Шөкөр, илебеҙ кисергән ауырлыҡтарға битараф ҡалмаған изге күңелле кешеләр һәр ауыл-ҡалала бар тиерлек.

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылында йәшәгән ирекмәндәр ҙә "Иҙел" штабына берләшкән. Уларҙың эшмәкәрленә дүрт йылдан ашыу инде. 2022 йылда Лидия Мәғлиева үҙе кеүек әүҙем ҡатын-ҡыҙҙы туплап, эшкә тотона һәм урындағы мәктәптә маскировка селтәрҙәре үрә башлай. Был һөнәргә ирекмәндәр Һәүәләй ауылындағы оҫталарҙан өйрәнә.

Бынан тыш, артабан Иҫке Ҡыйышҡы ҡатын-ҡыҙҙары дрондарға ҡаршы ҡорғандар, окоп шәмдәре, ҡоро душ эшләү менән шөғөлләнә, госпиталдәр өсөн йылы кейем, урын кәрәк-яраҡтары тегә. ‎

Афарин, гүзәл заттар! ‎Дөйөм эш тик еңеүгә алып килһен!

Фото: Иҫке Ҡыйышҡы ауылы төркөмөнән.

Иҫке Ҡыйышҡы ирекмәндәре өлгө күрһәтә
Иҫке Ҡыйышҡы ирекмәндәре өлгө күрһәтә
Иҫке Ҡыйышҡы ирекмәндәре өлгө күрһәтә
Иҫке Ҡыйышҡы ирекмәндәре өлгө күрһәтә
Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас