

Йәрмәкәй районында МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәге асылды. Тантанала район хакимиәте башлығы Рөстәм Әлимғафаров, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, МХО ветерандары, яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары, ирекмәндәр ҡатнашты.
«Беҙҙең бурыс — һәр яугир, һәр ғаилә яңғыҙ түгел икәнен тойһон. Уларҙы иҫләйҙәр, хөрмәт итәләр, ҡайғырталар. Был ярҙам даими буласаҡ», — тип белдерҙе Рөстәм Әлимғафаров һәм бер төркөм ирекмәндәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Йәрмәкәй ауылы, Ленин урамы, 3-сө йорт адресы буйынса урынлашҡан үҙәктә социаль координатор, психолог, юрист, МФЦ белгесе эшләйәсәк. Мәғлүмәт стенды менән көтөү залы, шулай уҡ саралар үткәреү өсөн айырым зал да ҡаралған.
Сығанаҡ: мәғлүмәт-аналитика секторы мөдире Ынйы Шафиҡова.
Автор фотоһы.