Барыһы ла Еңеү өсөн
10 Сентябрь , 12:45

Яугирҙәр алдында оло яуаплылыҡ тойоп

– Махсус хәрби операция биләмәһендә медицина ярҙамы һәр саҡ кәрәк, яугирҙәр менән МХО аҙағынаса бергә буласаҡмын.

Яугирҙәр алдында оло яуаплылыҡ тойопЯугирҙәр алдында оло яуаплылыҡ тойоп
Яугирҙәр алдында оло яуаплылыҡ тойоп

Архангел районының үҙәк дауаханаһынан шәфҡәт туташы махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ теләге менән юлланған. “Башҡаларға ярҙам итеү, ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу булмышым икәнен бәләкәйҙән аңлап үҫтем”, – ти.

Ул МХО-ға 2022 йылда уҡ барырға теләгән, әммә алмағандар. Былтыр ғына контракт төҙөгән. Быйыл ҡыҙы 10-сы класҡа барған, улы армиянан ҡайтҡан.

– Махсус хәрби операция биләмәһендә медицина ярҙамы һәр саҡ кәрәк, яугирҙәр менән МХО аҙағынаса бергә буласаҡмын, – ти шәфҡәт туташы. – Беҙ, медицина ротаһындағылар, һәр кем алдында оло яуаплылыҡ тойоп эшләйбеҙ. Гуманитар ярҙам даими килеп тора, яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт!

МХО биләмәһендә булыу, әлбиттә, мине үҙгәртте – һәр һүҙең, эшең өсөн яуаплылыҡ тойорға өйрәтте. Аралашҡандарым араһында хәҙер осраҡлылар юҡ. Ваҡытты, яҡын кешеләремде нығыраҡ баһаларға, ҡәҙерләргә өйрәндем. Ватаның яҡлауға мохтаж саҡта уның именлеге өсөн бергәләп күтәрелеү мөһим – ошо хәҡиҡәткә тағы бер ҡат инандым.

Сығанаҡ: “Архангельские вести”.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас