

Диңгеҙ пехотасыларының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Олег Ғәлин МХО-ла пилотһыҙ аппараттарға ҡаршы көрәшеү өсөн сираттағы һунар мылтыҡтары партияһын тапшырҙы. Был юлы винтовкалар һәм мылтыҡтар “Ахмат Спецназ” ирекле штурмлау корпусына ебәрелә.
Ҡорал тапшырыуҙа Чечен Республикаһы Башлығының Башҡортостандағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Казбек Цулаев ҡатнашты.
Был эшмәкәрлек Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәсәй гвардияһы тарафынан махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарҙы үтәгән ғәскәрҙәргә, граждандарҙан тартып алынған, шулай уҡ үҙ ирке менән тапшырылған шыма һәм һырлы көбәкле һунар ҡоралдарын бушлай тапшырыу тураһындағы указы нигеҙендә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һунар ҡоралы менән тәьмин итеү маҡсатында алып барыла.
– Махсус хәрби операция башланғандан алып Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәкселеге һәм уның хеҙмәткәрҙәре ярҙамында дүрт меңдән ашыу берәмек ошондай ҡорал тапшырҙыҡ. Һунар ҡоралы бөгөн дошмандың пилотһыҙ һөжүм һәм разведка осоу сараларын юҡ итеүҙең иң һөҙөмтәле сараларының береһе булып ҡала, сөнки атыу ваҡытында дошмандың БПЛА-ларын юҡ итеүсе йәки блоклаусы ваҡ-төйәк, картечь һәм селтәр кеүек зарарлы элементтар болото сығара, – ти Олег Ғәлин.
Олег Ғәлин Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы Александр Голубҡа, идаралыҡтың техник тәьминәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре Сергей Павловҡа һәм Илшат Шәйғәрәевкә оперативлығы, әүҙем хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә хәрби эштә уңыштар теләйем! Рәсәй мотлаҡ еңәсәк! Бергәләп еңербеҙ! – тип билдәләне Олег Ғәлин.
Фото сығанағы: Олег Галин.