

Гүзәл заттар "Сирень" позывнойлы Ватан һаҡсыһын да үҙҙәренең янына, Туймазы районының Илсембәт ауылындағы клубҡа саҡырған.
Махсус хәрби операция башланып, илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, Илсембәт ауылы егете лә МХО биләмәһенә юлланған. Ул әле ауыл клубында фронттағы хәлдәр менән яҡындан таныштырған, һалдаттарҙың хәл-торошо тураһында һөйләгән. "Сирень" билдәләүенсә, һәр кем Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереүен дауам итә. Тылдан ҙур ярҙам тоялар, барыһына ла рәхмәттәре сикһеҙ. Маскировка селтәрен генә алғанда ла, ул ысын мәғәнәһендә ау ролен үтәй, һалдаттарҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡала.
– Бөгөнгө заман хәрбиҙәре, физик йәһәттән ныҡлылыҡҡа өҫтәп, тәрән белемле лә булырға тейеш, – тип билдәләне ҡунаҡ. – Шулай уҡ өлгөрлөк, ныҡышмаллыҡ, сәмселлек сифаттары ла мөһим. Көтөлмәгән хәл-ваҡиғанан сығыу юлдарын белергә кәрәк. Был – һуғыш, шунһыҙ алға барыу мөмкин түгел. Тылдағы ирекмәндәрҙең ал-ял белмәй хеҙмәткә бирелеүе - ул шулай уҡ фронт. Маскировка селтәрҙәре кәйефте күтәрә, рухты нығыта, киләсәктә Еңеү менән бәйле осрашыуҙарҙы яҡынайта. Һәр үрелгән әйбер, һәр ебәрелгән посылка, хатта ҡош телендәй генә хәбәр ҙә, йылы һүҙ ҙә дөйөм эште еңеләйтә. Бындай осрашыуҙарҙы даими ойоштороу зарур. Ундай саралар берҙәмлеккә саҡыра, дуҫлыҡты нығыта.
Яугир клуб фойеһында өйөлөп ятҡан маскировка селтәрҙәренең сифатына юғары баһа бирҙе, кәрәкле эштә үҙе лә ҡатнашты.
Фото: Зөлфиә Хисмәтуллина.