

“Изге” - Иркутскиҙан. 2025 йылдың авгусынан махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Ул башта үҙенә пилотһыҙ осоу аппараты операторы булыу бурысын ҡуя һәм уны үтәй. Фронтта “Изге” дрон-камикадзе менән идара итә, коптер тибындағы расчет менән командалыҡ итә. Уның иҫәбендә кәм тигәндә 500 хәрби осош бар.
Күптән түгел яугир, тәжрибәле дроноводтарҙың береһе булараҡ, йәштәргә пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү һәм уның өҫтөнлөктәре тураһында һөйләү өсөн Башҡортостанға килде. Үҙе әйткәнсә, “тик ысынбарлыҡты һөйләү, уйҙырмаларҙы юҡҡа сығарыу” өсөн.
“Изге” үҙе тураһында һөйләргә яратмай. Әммә бала саҡтан хәрби булырға, Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында Ватанға хеҙмәт итеүҙе һайлаған атаһы һәм ағаһы эҙҙәренән барырға теләгәнен йәшермәй. Техникумда уҡый башлай, ләкин академик отпуск алырға тура килә - Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар итә.
- Былтыр пилотһыҙ осоу аппараты ғәскәрҙәренә махсус контрактҡа ҡул ҡуйыу юҡ ине. Мин дрон операторы булырға теләнем, әммә оборона ведомствоһы үҙе минең алғы һыҙыҡта ҡайҙа һәм кем булып хеҙмәт итеүемде хәл итер ине, - тип бәйән итте яугир.
Ул хәрбиҙәрҙе бүлеп ебәреүсе пунктҡа килә. Унда компьютерҙы яҡшы белгән, закон менән проблемалары булмаған һәм насар ғәҙәттәре булмаған йәш контрактсылар һайлап алына.
- Мин бөтә критерийҙар буйынса ла тап килдем. Әммә былтыр пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре юҡ ине. Шулай ҙа һауала хәрби бурыстар үтәлә ине. Мин шунда уҡ пилотһыҙ осоу аппаратының расчет начальнигы итеп тәғәйенләндем, сөнки дрондар менән идара итә белә инем, минең өйҙә лә дроным бар, парктарҙа осора инем, өҫтәүенә компьютерҙы яҡшы беләм, - тип һүҙен дауам итте ул.
“Изге”нең әйтеүенсә, дроноводтың уңышлы эше өсөн тырышып уҡырға кәрәк, ә яугирҙәрҙе һайлап алғандан һуң илдең ҡайһы бер төбәктәрендә урынлашҡан полигондарға күнекмәләр үткәрергә ебәрәләр. Унда улар теоретик һәм практик әҙерлек үтә.
- Махсус хәрби операция биләмәһендә дрон йөрөтөүселәргә шунда уҡ хәрби бурыстар һалынмай. Уларҙы вазифаға тәғәйенләгәндән һуң полигонға ебәрәләр. Уҡыу ике ай самаһы дауам итә. Барыһы ла яңы хәрби фәнде үҙләштереү теләгенә бәйле. Мин үҙем иртәнге сәғәт 7-лә дәрестәргә тотондом, киске сәғәт 11-ҙә тамамланым, тик иртәнге ашҡа, төшкө ашҡа һәм киске ашҡа ғына туҡталдым. Курсанттар менән үҙҙәре хәрби заданиеларҙа тәжрибә алған инструкторҙар эшләй. Улар һуғыштың бөтә нескәлектәрен аңлата, һуңынан симуляторҙарҙа осорға рөхсәт итә, һуңынан ғына ысын дрондар бирелә. Ысынын әйткәндә, уҡыу еңел түгел. Әммә берәй нимә аңлашылмаһа, тағы бер айға ҡалдыралар. Тимәк, тулыһынса өйрәнмәйенсә яу яланына китеү мөмкин түгел. Өҫтәп әйтәм, уҡыған ваҡытта фронттағы кеүек үк яуаплы кешеләр кәрәк. Әгәр яугир был сифатҡа эйә булып та, саҡ ҡына нимәнелер аңлап етмәһә, уға мотлаҡ ярҙам итәсәктәр, - тип аңлатты “Изге”.
Пилотһыҙ системалар ғәскәренә һайлап алыуҙа йәш кешеләр өҫтөнлөккә эйә. Улар компьютер техникаһын ышаныслыраҡ ҡуллана, моторикаһы яҡшыраҡ, ҡарашы үткер, фекерләү һәләте тиҙ. Әммә 40 йәштән өлкән булғандарҙы ла иҫәптән төшөрөп ҡалдырырға ярамай.
- Беҙҙең өлкән хәрби иптәштәребеҙ, бигерәк тә яу яланында тәжрибә алғандары, хәлде дөрөҫ баһалай, төрлө йүнәлештәрҙә үҙҙәре һәм иптәштәре өсөн уйлай, мәсьәләләрҙе хәл итә белә. Бынан тыш, уларҙың яуаплылығы юғары. Ә был, әйткәнемсә, бик мөһим. Ғөмүмән, дроновод подразделениелары икенсе, хатта өсөнсө һыҙыҡта, йәғни алғы һыҙыҡтағы хәрби бәрелештәрҙән алыҫ урынлашҡан. Әммә шулай ҙа позиция - ул позиция һәм уны һаҡларға кәрәк, - тине яугир.
"Изге"нең уҡыуы бушҡа китмәй. Үҙенең һәм ҡул аҫтындағыларҙың бер йыл хеҙмәт иткән ваҡытында уҡ уларҙы алғы һыҙыҡта баһалап өлгөрәләр. Уларҙың махсус йүнәлештәре - FPV-дрондар. Расчет танкистар, артиллеристар, штурмовиктарҙың эшен һаҡларға бойороҡ ала. Уларға дошмандың нығытмалары, техникаһы һәм тере көсө координаталары тапшырыла. Ҡағиҙә булараҡ, дроноводтар эшләгәндән һуң территория таҙа ҡала һәм Рәсәй подразделениелары артабан алға бара.
Мин - “ударник”. Йәғни дошман көстәрен камикадзе дрондары менән юҡ итәм. Улар менән VR-күҙлек аша идара итәм. Күҙҙәр арыһа, дрондарға күсә алам, уларҙың эше идара итеү пультындағы экран аша бара. Төндә, күккә дежур “ҡош”ты ҡуям. Ҡайһы берҙә беҙҙең өҫтән ВСУ-ның “Мәскәй әбей”е оса. Әммә егеттәребеҙҙе борсомаҫ элек уларҙы бәреп төшөрәбеҙ. Шулай уҡ, ВСУ-ның ер өҫтө робот техникаһы комплекстарын юҡ итергә тура килә. Уларҙың береһе хәрби бәйләнеш һыҙығы артында урман сите буйлап хәрәкәт итә ине, әммә ул башҡаса эшләмәйәсәк, - тип һүҙен тамамланы “Изге”.
Полигондарҙан килгән яңы дроноводтар өсөн дрондар менән идара итеү ниндәйҙер уйын кеүек кенә: яугир ҡулында джойстик, ул тыныс ҡына ултыра, маҡсат эҙләй һәм төймәгә баҫа, тиҙәр. Әммә был Ватан алдындағы бурыс тип атала!
Фото: яугирҙың шәхси архивынан.