

2026 йылдың ғинуарынан махсус хәрби операциянан демобилизацияланған ир-егеттәр өсөн айырым социаль контракт барлыҡҡа килде. Уның буйынса ветерандар бизнес асыу, үҙмәшғүллекте үҫтереү йәки уҡыу өсөн 350 000 һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.
Социаль контракт - ул МХО ветераны һәм социаль яҡлау органдары араһында килешеү, уның буйынса дәүләт маҡсатлы түләү бүлә. Ветеран был программа буйынса үҙ эшен башларға, булған бизнесты үҫтерергә йәки артабан эшкә урынлашыу йәки эшҡыуарлыҡ өсөн уҡыу үтергә бурыслы.
Төҙөлөш фасады етештереү идеяһын Ҡадир Мөхәмәт улы ағаһы менән интернеттан таба. Башта бинаны ҡуртымға алалар, яҡтылыҡ, һыу, канализация үткәрәләр. Һуңынан мәшғүллек үҙәге менән социаль контракт төҙөп, ҡорамал өсөн 350 мең һум аҡсалата ярҙам алалар.
Термопанелдәр йорттарҙы тыштан йылытыу өсөн кәрәк. Ҡалынлығы 5 см булған панель кирбесте имитациялай.
Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, бындай пенопласт ҡатламы йылылыҡ үткәргеслеге буйынса киңлеге бер метр кирбес стенаны алмаштыра. Гарантия 30 йылға тиклем бирелә.
Киләсәккә уларҙың пландары ла ҙур: пенопласт етештереү буйынса мини-завод асып, махсус хәрби операция ветерандарын эш менән тәьмин итеү.