

Илебеҙ илһөйәрҙәре менән көслө, был инде быуаттар төпкөлөнән иҫбатланған хәҡиҡәт, шулай булмаһа, беҙҙе күптән дошман еңгән булыр ине.
Баҡалы районында йәшәгән хаҡлы ялдағы Вәлиуллиндар ғаиләһе махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам булһын тип автомобиль тапшырыуы ла ошоно иҫбатлай.
Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефимов тылда Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән райондың өлгөлө ғаиләләренең береһе булған Наилә Йыһанша ҡыҙы менән Вәнил Фәлих улы Вәлиуллиндар тураһында һөйләне.
– Наилә Йыһанша ҡыҙы менән Вәнил Фәлих улы махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк фронтҡа ярҙам итеүселәргә ҡушылдылар: гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашалар, яугирҙәргә ярҙам итәләр, шул иҫәптән финанс яҡтан да. Күптән түгел улар алғы һыҙыҡтағы егеттәргә үҙҙәренең яратҡан “УАЗ”-ын тапшырҙы, – ти район етәксеһе.
Вәлиуллиндар белдереүенсә, улар был машинаны яратҡан, уның менән бәшмәк йыйырға, балыҡ тоторға йөрөгән. Уны һәр ваҡыт сафта булһын өсөн ҡарап, ремонтлап тотҡандар.
– Әммә әлеге ваҡытта ошондай ҡарарға килдек: хәҙер автомобиль бында – гаражда түгел, тегендә кәрәк, – ти Вәлиуллиндар.
Вәлиуллиндар изге эштәр башҡарыу, ярҙам итеү, яҡшы эштәрҙән ситтә ҡалмау кеүек ҡиммәттәрҙе өҫтөн ҡуя, шуға күрә лә шәхси автомобилдәрен яугирҙәргә бер уйһыҙ тапшырған.
Улар улдарын, Вадим менән Маратты ла, ошо өлгөлә тәрбиәләгән.Өлкән улдары Вадим үҙенең “ГАЗель” автомобилендә МХО биләмәһенә бер нисә гуманитар ярҙам алып барған.
Изге ниәттәр менән тапшырылған “УАЗ” автомобиле лә, бер аҙ ремонттан һуң, махус хәрби операция биләмәһендәге егеттәр янына юлланасаҡ әһм унда ҙур файҙа килтерәсәк.
Фото: Олег Ефимов сәхифәһенән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ