

Бөгөн Өфөлә “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһын тамамлаусыларға дипломдар тапшырылды. Ул программа Рәсәй Президент Владимир Владимирович Путин башланғысы менән федераль “Геройҙар ваҡыты” проектының дауамы булып тора.
Диплом тапшырыу тантанаһы башланыр алдынан “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһын тамамлаған ветеран яугирҙәр Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Һуңынан бөтәһе лә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залына юлланды.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров ”Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһының беренсе ағымында ҡатнашыусыларға һөнәри әҙерлек тураһында дипломдар тапшырыу тантанаһында ҡатнашты.
– Бөгөн беҙҙә мөһим көн. “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһының беренсе ағымын уҡытыу тамамланды. Бында, был залда, уның беренсе, тип әйтергә мөмкин, тарихи сығарылышы. Беҙҙең программа Президент Владимир Владимирович Путин башланғысы менән ойошторолған “Геройҙар ваҡыты“ федераль проектының төбәк дауамы булды.
Республикабыҙҙан федераль проектта ҡатнашыусыларҙы һеҙ яҡшы беләһегеҙ. Бөгөн беҙҙең менән уларҙың береһе. Оскар Эхтибар улы Ситдиҡов төбәк МХО ветерандарының ассоциацияһын етәкләй, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүҙе координациялай.
“Башҡортостан геройҙары”нда ҡатнашыу өсөн конкурс юғары булды. Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгенән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән ике меңдән ашыу ғариза бирелгән. Был проектҡа юғары ышаныс тураһында һөйләй. Финалға иң яҡшы 70 кеше сыҡты – мин һеҙҙең хаҡта, уҡыуҙы һәм стажировканы тамамлаусылар тураһында һөйләйем. Бер йылдан ашыу һеҙ заманса ҡануниәт, иҡтисад, идара итеү нигеҙҙәрен үҙләштерҙегеҙ. Тәжрибәле остаздар менән шөғөлләндегеҙ. Власть органдарында, ойошмаларҙа һәм предприятиеларҙа стажировка үттегеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика Башлығы белдереүенсә, кадрҙар программаһында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ауыр һынауҙар аша үткән, ҡулдарына ҡорал тотоп Ватанды һаҡлаған. Һуғыш яландарында үҙҙәренең батырлығын һәм илһөйәрлеген иҫбатлаған.
– Хәҙер һеҙгә алған белемегеҙҙе һәм оҫталығығыҙҙы, шулай уҡ ихтыярығыҙҙы, ныҡышмалығығыҙҙы, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу һәләтегеҙҙе тыуған республика мәнфәғәтенә йүнәлтергә кәрәк. Шуныһы мөһим, программа аныҡ һөҙөмтәләр килтерә. Бөгөн 23 ҡатнашыусының һәр өсөнсөһө тиерлек дәүләт власы, урындағы үҙидара органдарында, республика ойошмаларында эшләй.
Беренсе ағым тамамланды. Беҙ һеҙҙең сығарылыш проекттарығыҙҙың ни тиклем көслө һәм өлгөргән булыуын күрәбеҙ. Бөгөн программабыҙҙы мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ, тип әйтергә теләйем. Ойоштороусыларға, уҡытыусыларға, остаздарға рәхмәт белдерәм. “Башҡортостан геройҙары” программаһының беренсе ағымын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла.
Хөрмәтле ветерандар! Һеҙҙең хәрби батырлығығыҙ һәм илһөйәрлегегеҙ өсөн тәрән ихтирам белдерәм. Программа сиктәрендә алынған белем һәм тәжрибә һеҙҙең уңышлы эшләүегеҙ өсөн ышаныслы нигеҙ булыр, тип ышанам. Һеҙ үҙегеҙҙе белемле һәм яуаплы идарасылар итеп күрһәтерһегеҙ. Республика халҡы, муниципалитеттар һеҙҙе көтә. Көсөгөҙгә, эшегеҙгә тоғро, намыҫлы булыуығыҙға ышаналар, – тине Радий Хәбиров.
Бер йылдан ашыу хәрби юл үткән геройҙарыбыҙ тырышып уҡый, стажировка үтә, остаздар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Хәҙер улар алған белемен һәм күнекмәләрен тыныс тормошта ҡулланырға әҙер.
“Башҡортостан геройҙары”ында ҡатнашыусыларҙың өстән бер өлөшөнән күберәге власть органдарында, учреждениеларҙа һәм предприятиеларҙа уңышлы эшләй, уларға ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. Уҡыуҙы тамамлаусылар күпте кисергән, хәрби хеҙмәт уларҙың характерын нығытҡан.
Диплом алған ветеран яугирҙәр ошондай уҡыу мөмкинлеге алған өсөн республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре әйтте. Улар араһында МХО-ла “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының командир урынбаҫары, штаб начальнигы булып хеҙмәт иткән Мәжит Байдәүләтов та бар. Ул: “Диплом алыу оло ғорурлыҡ. Диплом алыу минең өсөн артабан уңыштарға өлгәшеү һәм Ватанға, Башҡортостаныбыҙға хеҙмәт итеү өсөн таяныс нөктәһе”, – тине.
Хәрби табип Алина Маннанова белдереүенсә, кадрҙар программаһын тамамлаусылар бөтә белемен һәм тәжрибәһен артабанғы эшмәкәрлектә ҡулланасаҡ.
– Ең һыҙғанып үҙ эшебеҙҙе башлайбыҙ. Радий Фәрит улы, яңы күнекмәләр алыу, ҡайтанан әҙерлек курсын үтеү мөмкинлеге биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һәм яугирҙәребеҙгә ярҙам иткәнегеҙ өсөн айырым рәхмәт, улар өсөн был бик мөһим, — тине ул.
“Башҡортостан геройҙары” программаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм ветерандарҙы артабан дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында, республика ойошмаларында һәм предприятиеларында эшләү өсөн идара итеүҙең заманса нигеҙҙәренә һәм технологияларына, командалы берҙәм эшләүгә өйрәтеүҙән ғибәрәт. Бер йыл дауамында ҡатнашыусылар заманса ысынбарлыҡта дәүләт һәм муниципаль идара итеү практикаһы, ғәмәлдәге ҡануниәт, иҡтисад тармаҡтары, социаль өлкә тураһында тулы мәғлүмәт ала. Программа үҙ эсенә дүрт модулде ала, улар йыл дауамында “Дәүләт сәйәсәте һәм дәүләт идара итеү системаһы”, “Иҡтисад һәм финанстар”, “Төбәк һәм муниципаль идара итеү”, “Идара итеүҙең заманса технологиялары” тигән дөйөм исемдәр аҫтында тормошҡа ашырыла.
Олег Яровиков фотолары.