

Дүртөйлө районы Исмаил ауылынан Ризуан Әсәҙуллиндың илһөйәрлек өлгөһө күптәрҙә һоҡланыу уятҡан.
3-сө класс уҡыусыһы Ризуан Әсәҙуллин М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының яугирҙәр өсөн матрас поролоны әҙерләү тураһындағы иғланын күреп, ярҙамға килә.
Ул олатаһы һәм өләсәһе менән кәңәшләшеп, кәрәкле материалдар, өйҙә әҙерләнгән ризыҡтар һәм һалдат бутҡаһына тип киптерелгән һарымһаҡ алып килгән. Дәрестәрҙән һуң да штабҡа үҙе ярҙам итергә керә башлаған.
Мәктәптә уҡып, музыка менән шөғөлләнеп, фортепианола һәм ксилофонда уйнарға өйрәнеп йөрөгән малай әйтеүенсә, Тыуған илде һаҡлаусыларға һәр кем үҙенең эше менән ярҙам итә ала.
Афарин, Ризуан!
Бына шундай кескәй ирекмәндәр булғанда, илебеҙгә тиҙҙән Еңеү иртәһе лә килер әле.