Барыһы ла Еңеү өсөн
17 Сентябрь , 11:30

Батырлыҡты мәңгеләштерҙеләр

Ғафури районы Ҡормантау ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған мемориалдар асылды

 

Ғафури районы Ҡормантау ауылында махсус хәрби операцияла, шулай уҡ Чечня, Афғанстан кеүек башҡа һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға арналған мемориалдар асылды.

Башта Ҡормантау ауылының битараф булмаған халҡы көсө менән 134000 һум күләмендә аҡса йыйылған. Шуларҙың 90 меңе мемориалдар әҙерләүгә һәм һатып алыуға киткән, ә ҡалған өлөшөнә таҡтаташтар ҡуйылған мәктәптең ҡоймаһын төҙөкләндерергә ҡарар иткәндәр.

Был сараны Ғаяз Шарапов, Илнур Шәйәхмәтов, Эльвира Шәйәхмәтова, Рим Исламғоловтарҙың башланғысы менән атҡарып сыҡҡандар.

Асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Ғафури районының муниципаль районы башлығы сәләмләне.

- Ватаныбыҙҙы һаҡлаған һәм яҡлаған һәр кем тураһында хәтерҙе һаҡларға бурыслыбыҙ. Был һәйкәлдәр балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә геройҙарҙың бер-береһе менән йәнәш йәшәүе, уларҙың батырлыҡтарының иҫкермәүе тураһында иҫләтеп торасаҡ, - тип белдерҙе Венер Фәнир улы Вәхитов.

Сарала идея авторҙарына һәм башҡарып сығыусыларға Ғафури районы хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды.

Фото: Ғафури районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Батырлыҡты мәңгеләштерҙеләр
Батырлыҡты мәңгеләштерҙеләр
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас