Барыһы ла Еңеү өсөн
19 Сентября , 10:35

Был беҙҙең һайлау!

Алдағы һаҙыҡтағы яугирҙәребеҙ ҙә тауыш биреүҙә ҡатнаша алған

Был беҙҙең һайлау!Был беҙҙең һайлау!
Был беҙҙең һайлау!

БР Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты етәксеһе, Миңлеғәле Шайморатова исемендәге ирекмәндәр штабы рәйесе Эльвира Мацкевич махсус хәрби оперция биләмәһенән йәмәғәт матбуғат үҙәге спикерҙары һәм журналистар менән тура бәйләнеш мәлендә яугирҙәрҙең нисек тауыш биреүҙәре тураһында хәбәр итте.

– Һайлауға мин махсус рәүештә егеттәребеҙ янына  килдем. Сөнки был илебеҙ яҙмышы хәл ителгән урын. Иртәгә Донецк ҡалаһында тауыш бирәсәкмен. Егеттәр тауыш бирҙе лә инде. Беҙ улар менән һәр саҡ бәйләнештә. Егеттәр күтренке рухта, барыһы ла яҡшы, улар бары тик алға ғына бара, – тине Эльвира Александровна.

Эльвира Мацкевич, һәр рәсәйле ошо көндәрҙә үҙ һайлауын яһарға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Был беҙҙең тауыш биреү хоҡуғыбыҙ. Был беҙҙең һайлау! Беҙ бәхетле илде һайлайбыҙ. Еңеү беҙҙең ҡулда буласаҡ, – тине ул.

Фото: “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән.

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026
#ГолосМедиаСообществ2026
#БашВыбор2026

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас