Барыһы ла Еңеү өсөн
19 Сентября , 11:15

Позывнойын Юнир ағаһының иҫтәлегенә алған

2023 йылға тиклем ауыл мәктәптәбендә шәфҡәт туташы булып эшләгән яҡташыбыҙ МХО биләмәһендә булып ҡайтҡан

Позывнойын Юнир ағаһының иҫтәлегенә алғанПозывнойын Юнир ағаһының иҫтәлегенә алған
Позывнойын Юнир ағаһының иҫтәлегенә алған

2023 йылға тиклем ауыл мәктәбендә шәфҡәт туташы булып эшләгән яҡташыбыҙ МХО биләмәһендә булып ҡайтҡан.

”2019 йылда Өфөлә медицина колледжында  уҡып сыҡҡас, ниндәй йүнәлештә эшләйәсәгемде күҙ алдына килтермәй инем. Мәктәптә медсестра булып эшләгәндә ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан хеҙмәттәшемдең МХО биләмәһендә аҡ халатлыларҙың етмәүе тураһында илап һөйләгәнен тыңлағандан һуң, уйлап тормай, фронтҡа китергә ғариза яҙҙым. 2023 йылдың 1 октябрендә контрактҡа ҡул ҡуйҙым. Ике йәш баламды ата-әсәйемдең ҡарауына ҡалдырҙым”, - ти ул.


Башта ике-өс ай дауамында алғы һыҙыҡтан алып сығарған яралыларға ялан госпиталендә тәүге ярҙам күрһәткәндәр. Тәүге осорҙа бигерәк ауыр булған.

“Беҙ - медик, ашнаҡсы, санитарҙарҙан торған 28 ҡатын-ҡыҙ һәм өс-дүрт аҡ халатлы ир-егет штурмлаусылар бригадаһына ҡарай инек. Ярҙам ит, ҡотҡар, тип аяҡ-ҡулдары өҙөлгән яугирҙең мөлдөрәп ҡараған күҙәре әле һаман да күҙ алдында. Шөкөр, ул иҫән ҡалды. Контузиянан һуң хәтерем насарланды, уның ыңғай яғын да күрәм: яуҙа булған күп хәлдәрҙе хәтерем үҙенән-үҙе юйҙы”, - ти яуҙа хәрби хирург ярҙамсыһы булып эшләгән ҡатын.

“Госпиталдәге палатаға инһәң, ҡояш сыҡҡандай була, ти торғайны яралылар. Бер заман Богучарҙа китеп барһам, берәү минең позывнойҙы әйтеп ҡысҡырып, үлемдән  ҡотҡарыуымды әйтеп, рәхмәт әйтеп китте”, - ти Юна.


Махсус хәрби операцияла яҡташыбыҙ буласаҡ тормош иптәшен осрата. Фронт һыҙығында мөхәббәт уты уларҙы йылыта. Декрет ялына тиклем Юна Богучар ҡалаһында  госпиталдә, Екатеринбург ҡалаһындағы хәрби часта эшләй. Сираттағы ялына ҡайтҡанда мөхәббәте менән никахын рәсми теркәйҙәр.


Яуҙан ҡайтҡан Юнаның тыуған өсөнсө сабыйына тиҙҙән ике йәш була. Бөгөн 28 йәшлек Күгәрсен районы һылыуы  сабыйҙарының шатлығына һөйөнөп, ата-әсәһе, балаларын хәстәрләп, ҡыуаныс таба.


Фото ғаилә архивынан.

Позывнойын Юнир ағаһының иҫтәлегенә алған
Позывнойын Юнир ағаһының иҫтәлегенә алған
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас