Барыһы ла Еңеү өсөн
20 Сентября , 14:45

Ир-егеттәр БАС ғәскәре сафына баҫа

Йәштәр айырыуса тиҙ өйрәнә

Ир-егеттәр БАС ғәскәре сафына баҫаИр-егеттәр БАС ғәскәре сафына баҫа
Ир-егеттәр БАС ғәскәре сафына баҫа

Бөгөн пилотһыҙ осоу авиацияһы — тактик өҫтөнлөк кенә түгел, ысынында, һуғыш алып барыуҙың яңы фәлсәфәүи алымы. Махсус хәрби операция биләмәһендә дрондар разведка һәм һөжүм итеүҙең төп ҡоралына әйләнде, юғары технологияларға иғтибарҙы күсерҙе. Беҙҙең хәбәрсе БПЛА подразделениеһы етәксеһе “Рэд” позывнойлы хәрби хеҙмәткәр менән әңгәмә ҡорҙо.

— Бөгөн пилотһыҙ осоу авиацияһының әһәмиәтен нимәлә күрәһегеҙ?

— Беҙҙә иң ҡиммәтлеһе — кеше ғүмере. Ә “Тимер”гә — тулыландырыла торған ресурс. Шуға күрә шәхси составты һаҡлау иң мөһим бурыс булып ҡала. Разведкаға дрон ебәреү кешеләр төркөмөн ебәреүгә ҡарағанда хәүефһеҙерәк. Икенсеһе — мәғлүмәт сифаты. Бейектән яҡшыраҡ күренә, ә тепловизорҙар һәм һанлы төнгө приборҙар ҡулланылғанда беҙ элек булмаған разведка мәғлүмәттәрен алабыҙ. Әйткәндәй, һөжүм итеү ҡеүәте көслө. Мәҫәлән, АҠШ-тың “Абрамс” танкы 100 миллион доллар тора, ә уны ни бары 30 мең һумлыҡ дрон менән юҡ итергә мөмкин. Мин 21-се бригадала хеҙмәт иттем, быға тиклем Төньяҡ Кавказда хеҙмәт итеү тәжрибәһе лә бар. Әммә унда хәл бөтөнләй икенсе төрлө ине. Хәҙер барыһы ла етеҙ үҙгәрә — көн һайын яңы нәмәләр барлыҡҡа килә.

 

— БПЛА подразделениеларында ниндәй белгестәр бар?

— Нигеҙҙә, бында ике һөнәр: оператор һәм хеҙмәтләндереү буйынса белгес. Ғәҙәти расчёт — ике кеше: береһе бәйләнеш һәм техник мәсьәләләр өсөн яуап бирә, икенсеһе туранан-тура осош бурысын үтәй. Ҡайһы бер частарҙа сапёр ҙа бар, ул удар дрондар өсөн зарядтар әҙерләй, халыҡта уларҙы “ашнаҡсылар” тип йөрөтәләр.

 

— Һеҙ Владлен Татарский исемендәге БПЛА операторҙарын әҙерләү үҙәген булдырыу эше башында торҙоғоҙ. Операторҙарҙы стандарт йүнәлештә уҡытыу нисек бара?

— Уҡыу теүәл бер ай дауам итә, тәүлегенә – 10-ар сәғәт. Был теорияны ла, иң мөһиме — көндөҙ ҙә, төндә лә осош сәғәттәрен, үҙ эсенә ала.

 

— Кандидат өсөн ниндәй белем һәм холоҡ һыҙаттары мөһим?

— Ваҡ моторикаһы яҡшы үҫешкән, реакцияһы тиҙ һәм электроника буйынса нигеҙ белеме булған Башҡортостан кешеләренә өҫтөнлөк бирелә. Әйткәндәй, көнкүреш персонал компьютерын ҡулланыусы кимәле етә, администратор булырға кәрәкмәй. Ҡалғанына өйрәтербеҙ. Шәхси сифаттарҙан маҡсатҡа ынтылыш, түҙемлелек һәм стереотипһыҙ уйлау мөһим. Алғы һыҙыҡта хәлдәр төрлөсә була, унда ҡалып буйынса уйларға ярамай.

 

— БАС өлкәһенә ҡыҙыҡһыныу артамы? Кемдәр уҡырға килә?

— Хәҙер уҡыусыларҙың уртаса йәше — 32. Әммә ҡыҙыҡһыныу тағы ла киңерәк аудиторияла, бигерәк тә йәштәрҙә уяна. Кешеләр пилотһыҙ осоу системаларының бик перспективлы тармаҡ икәнен күрә.

 

— Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ осоу системалар батальонын тап Башҡортостанда булдырырға ҡарар иттеләр?

—  Муса Гәрәев — беҙҙең яҡташ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, ғорурлығыбыҙ һәм лайыҡлы өлгө. Бындай батальондар хәҙер һәр төбәктә тиерлек булдырыла. Ул БПЛА ғәскәрҙәренең махсус хәрби операция барышында иң һөҙөмтәлегә әйләнеүен күрһәтә.

 

— Хеҙмәттән һуң БПЛА операторын нимә көтә? Ул үҙ күнекмәләрен тыныс тормошта ҡайҙа ҡуллана ала?

— Бөгөн пилотһыҙ осоу аппараттары бөтә өлкәләргә, сараларҙы видеоға төшөрөүҙән башлап, йөк ташыуға тиклем үтеп инде. Иң күп ҡулланылған өлкә — ауыл хужалығы, баҫыуҙарҙы һеркәләндереү һәм күҙәтеү. Геодезия, геология тармаҡтарында ла файҙаланыла. Был өлкәлә тупланған белем хеҙмәт баҙарында айырыуса талап ителә, белгес эшһеҙ ҡалмай, тип ышаныс менән әйтә алам.

 

— БАС-та хеҙмәт итеү – социаль баҫҡыс, тип әйтеп буламы?

— Әлбиттә. Был – бик ҙур мөмкинлек. Дрондар менән тығыҙ бәйләнгән IT өлкәһе – бөгөн төп тармаҡтарҙың береһе. Йәштәр яңы технологияларҙы тиҙерәк үҙләштерә, улар гаджеттарҙы даими ҡулланғаны, уйындарҙа ултырғаны арҡаһында моторикаһы бик яҡшы үҫешкән. Бындай тәжрибәне һәм етди техник белемдәрҙе алыу — уларҙың киләсәге өсөн, фронтта ла, тыныс тормошта ла бик ҙур өҫтөнлөк.  

Автор:Илмир Ҡотлогилдин 
Читайте нас