

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләре, шулай уҡ ирекмәндәр урман үҫентеләрен ташламалы хаҡҡа һатып ала аласаҡ. Тейешле ҡарарҙы республика Хөкүмәте ҡабул итте.
Индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, урман үҫентеләрен һатып алыу-һатыу килешеүе буйынса льготалы түләү ставкаһы бынан ары МХО-ла ҡатнашыусыларға ғына түгел, ә уларҙың ғаилә ағзаларына, шул иҫәптән һәләк булғандарҙың, яраларынан үлгәндәрҙең, шулай уҡ хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ғаиләләренә лә ҡағыла.
Бынан тыш, льготалылар исемлегенә янғында йорттары һәм ҡаралтылары янып бөткән граждандар, шулай уҡ МХО зонаһында эшләгән ирекмәндәр индерелгән.
Льготаларҙың ғәмәлдә булыу ваҡытына килгәндә, бөтә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн кәметелгән хаҡ махсус хәрби операция тамамланғандан һуң киләһе йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Хәрби хәрәкәттәр барышында алған яралары йәки ауырыуҙары арҡаһында инвалид булған МХО-ла ҡатнашыусылар, шулай уҡ һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары өсөн льготалы ставка мөҙҙәтһеҙ билдәләнә.
Ташламалы хаҡҡа һатып алынған ағас шәхси йорттарҙы һәм йорт яны ҡоролмаларын йылытыу, шулай уҡ янғындан һуң торлаҡты тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән.
Фото: "Башинформ".