Барыһы ла Еңеү өсөн
23 Сентября , 09:00

БАРС отрядын формалаштырыу дауам итә

Күнекмәләрҙе хәрби тәжрибәһе булған яугирҙәр һәм офицерҙар үткәрә.

БАРС отрядын формалаштырыу дауам итәБАРС отрядын формалаштырыу дауам итә
БАРС отрядын формалаштырыу дауам итә

Объекттарҙа торған БАРС яугирҙәренән ҙур уяулыҡ талап ителә. Пилотһыҙ хәүеф иғлан ителгәндә, улар тиҙ генә йыйылырға һәм һөжүмде кире ҡағырға тейеш. Ойошма резервсыларҙы кәрәкле ҡорал, экипировка менән тулыһынса тәьмин итә. Был мәғлүмәттәрҙе “Бөтә Өфө” телеканалы “БАРС” отряды яугирҙәренең хеҙмәте тураһындағы репортажында телгә алды.

Төркөмгә яңы алынған ир-егеттәрҙе мобиль ут төркөмө составындағы ғәмәлдәргә, дронға ҡаршы системалар менән эшләргә, сәптәрҙе тотоп алырға өйрәтәләр, физик яҡтан да, утлы ҡорал менән эш итеүгә лә әҙерләйҙәр. Бының менән хәрби тәжрибәһе булған яугирҙәр һәм офицерҙар шөғөлләнә. Мәҫәлән, “Гром” позывнойлы командир – диңгеҙ пехотасыһы. Ул Генштабта хеҙмәт иткән, Төньяҡ Кавказға 12 тапҡыр командировкаға барған, ОМОН-да эшләгән, өс йыл Салауат Юлаев исемендәге батальонда МХО-ла ҡатнашҡан.

“БАРС-та хеҙмәт итеүселәрҙең хәрби тәжрибәһе булыуы хуплана, әммә булмаһа ла ҡамасау түгел – иң мөһиме, яугир әрме хеҙмәте үткән булырға тейеш. Башҡортостанда “БАРС”тағыларға бихисап ярҙам сараһы ҡаралған: Оборона министрлығынан эш хаҡы, республиканан көндәлек түләүҙәр һәм төп эш урыны буйынса уртаса айлыҡ эш хаҡы.

Подразделениеға инеү өсөн йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Резервсылар шуға инана: улар үҙ урындарында илгә файҙа килтерә, дәүләт именлеген һаҡлай һәм республика иҡтисадына ярҙам итә.

Фото: видеояҙманан скриншот.

Мәғлүмәт сығанағы allufa.ru/news/

БАРС отрядын формалаштырыу дауам итә
БАРС отрядын формалаштырыу дауам итә
БАРС отрядын формалаштырыу дауам итә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас