Барыһы ла Еңеү өсөн
24 Сентября , 17:00

Депутат яугир әсәһенең бесәнен ташып биргән

Бөрйән районының Ҡолғана ауылы советы депутаты, "Ағиҙел" лагеры начальнигы Илшат Мөхәмәт улы Ҡулбирҙин ял көндәрендә улдары Тимур, Инсаф менән үҙ техникаһында өс рейс яһап, яугир әсәһенең бесәнен ташып биргән.

Депутат яугир әсәһенең бесәнен ташып биргәнДепутат яугир әсәһенең бесәнен ташып биргән
Депутат яугир әсәһенең бесәнен ташып биргән

2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, бөгөн махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе "Симба" позывнойлы яугирҙың әсәһе Венера Сәйәхова сабынынан бесәнен алып ҡайта алмай йөрөгәнендә, Бөрйән районының Ҡолғана ауылы советы депутаты, "Ағиҙел" лагеры начальнигы Илшат Мөхәмәт улы Ҡулбирҙин ял көндәрендә улдары Тимур, Инсаф менән үҙ техникаһында өс рейс яһап, уның бесәнен ташып биргән.

- Илшат Мөхәмәт улына ғаиләбеҙ исеменән ҙур рәхмәт. Уның ғаиләһенә именлек, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, эштәрендә, балаларының уҡыуҙарында уңыштар теләйбеҙ. МХО башланғандан алып беҙҙең ғаиләбеҙгә Илшат Мөхәмәт улының ярҙамы һәр саҡ тейҙе.

Аптыранып йөрөй инем, Илшат Мөхәмәт улының һәм уның мәктәп йәшендәге Тимур һәм Инсаф улдарының тырышлығы менән көн матур саҡта бесәнебеҙ ҡапҡа эсенә килеп ятты. Матур итеп өйөп тә бирҙеләр. Бик ҙур рәхмәт! – ти яугир әсәһе Венера Сәйәхова, ҡыуанысы менән уртаҡлашып.

Яугир апрель айында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып киткән. Яу яланында йөрөүенә сентябрь аҙағында дүрт йыл тула. "Симба"ға һәм илебеҙ һағында торған бөтә һалдаттарға ла имен-һау ҡайтырға яҙһын!

Ә ауылдаштарын ярҙамынан өҙмәгән Илшат Ҡулбирҙинға афарин! Уның кеүек ярҙамсыл кешеләр йәмғиәтебеҙҙә күберәк булһын ине.

 

Сығанаҡ һәм фото: "Таң" гәзитенән

Депутат яугир әсәһенең бесәнен ташып биргән
Депутат яугир әсәһенең бесәнен ташып биргән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас