Барыһы ла Еңеү өсөн
3 Октября , 08:10

"Тыныслыҡ" – тыныс тормош өсөн көрәштә

"Дрондар – бөгөнгө армияның мөһим өлөшө", – ти Бәләбәй егете. 

Добавить в предпочтительные источники Google
"Тыныслыҡ" – тыныс тормош өсөн көрәштә"Тыныслыҡ" – тыныс тормош өсөн көрәштә
"Тыныслыҡ" – тыныс тормош өсөн көрәштә

Бәләбәй районы егете Тамирлан, урындағы механизация һәм электрификация колледжын тамамлап, иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала, “Белзан” заводында эшләй. Махсус хәрби операция биләмәһендә – 2022 йылдан алып.

Яҡташыбыҙ тәүҙә хеҙмәтте пехота ғәскәрҙәрендә башлай. Шул ваҡытта уҡ пилотһыҙ системаларға идара итергә өйрәнә. Подразделениела айырым БПЛА взводы булдырылғас, үҙ теләге менән шунда күсә.

– Дрондар – бөгөнгө армияның мөһим өлөшө, улар яугирҙәрҙең хәрәкәт һөҙөмтәлелеген арттыра, иң мөһиме – шәхси состав өсөн хәүефте кәметә, – ти яҡташыбыҙ.

“Тыныслыҡ” позывнойлы Бәләбәй егете “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән наградланған. Өйҙә уны ҡәҙерле ата-әсәһе, ҡустыһы, һеңлеһе көтә.

“Беҙ дөйөм эшкә өлөш индергән ҡаһарман яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уларҙың Еңеү менән имен-аман әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Бәләбәй районы хакимиәте башлығы.

Фото: Бәләбәй районы хакимиәте башлығының сәхифәһенән.

Автор:Дилбәр Ишморатова