

Өфөләге "Маскировка селтәрҙәре Ҡалҡан Өфө" ("Масксети Щит Уфа") берекмәһе ирекмәндәре үҙҙәренең "Матбуғат йорто" цехында (етәксеһе Люциә Таяр ҡыҙы Тураманова) өмә үткәрҙе. Улар өс меңенсе маскировка селтәре үрҙе.
Өмәгә, ирекмәндәрҙән тыш, Өфө сәнғәт училищеһы студенттары ла килде. Улар биҙәктәр үреп ҡараны, шулай уҡ ҡатнашыусыларға ҙур концерт күрһәтте.
Шулай күмәкләп маскировка селтәрҙәре үрҙеләр, бер-береһен йыр-бейеү менән дәртләндереп, аҙаҡтан бергәләп тәм-том менән сәй эстеләр.
"Маскировка селтәрҙәре Ҡалҡан Өфө" берекмәһе 2022 йылдың октябренән эшләй. Өфөлә 10 цехы бар. Ошо осорҙа уның ағзалары 30 меңгә яҡын маскировка селтәре үреп, махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрҙе. Шуныһы мөһим, ирекмәндәр үргән был селтәрҙәр алғы һыҙыҡта һәйбәт баһалана, сөнки оҫта һәм сифатлы итеп эшләнә. Тимәк, яугир ғүмерҙәрен һәм техниканы яҡшы һаҡлай.
Фото: "Маскировка селтәрҙәре Ҡалҡан Өфө" ойошмаһы.