Барыһы ла Еңеү өсөн
23 Октября , 07:00

Батыр яугир үҫтергән ғаилә

Атай абруйы ла ныҡ был йортта.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Батыр яугир үҫтергән ғаиләБатыр яугир үҫтергән ғаилә
Батыр яугир үҫтергән ғаилә

Шаран районы күркәм ғаиләләргә бай. Иҫке Теләүле ауылынан  Әслүдә менән Айҙар Ғимаҙиевтар ҙа һоҡланғыс тормош юлын кисерә. Улар ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, бер улдары   махсус хәрби операцияла. 2024 йылдың ғинуарында үҙ теләге менән юллана ул. Унда  “Ғинуар” тигән позывной ала.  Һүҙендә ныҡлы тора белгән, ышаныслы, яуаплы ул –  һәр атай-әсәй өсөн ғорурлыҡ.

– Бала сағында тыныс холоҡло, аралашыусан булып үҫте. Волейбол уйнарға яратты. Ағаһы менән мал ҡарап, бәләкәйҙән эш менән тәрбиәләнде. Атаһы ла балалары өсөн өлгө булды. Уның һүҙен һәр ваҡыт тыңланылар. Һалдат бурысын улыбыҙ Тымыҡ океан флотында үтәне. Шул осорҙа уҡ яҡшы ул тәрбиәләгән өсөн беҙгә хеҙмәт иткән еренән Рәхмәт хаты килде, – тип һөйләне әсәй кеше.

Махсус хәрби операцияла ла һынатмай Шаран батыры. “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнгән.  “Һәләк булыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” дәүләт наградаһы ла уның күкрәген биҙәй.

Атай-әсәй өсөн иң көтөп алынған ваҡиға – улдарының ялға ҡайтҡан мәле. Әсәһенә гөлләмәләр тотоп ашҡынып ҡайтып керә ул.   

 –Хәрби хеҙмәт улыбыҙҙың холҡон бер аҙ үҙгәрткән. Ирҙәр холҡо тағы ла өҫтәлгән. Һалдаттарыбыҙға, уларҙың атай-әсәйҙәренә сабырлыҡ теләйбеҙ. Донъялар тынысланып, яугирҙәребеҙ иҫән-имен тыуған яҡтарына ҡайтһын ине, – тигән теләктәрен еткерҙе Ғимаҙиевтар.

Ысын ил һаҡсыһы үҫтергән атай менән әсәй тураһында ла күберәк белге килде. Ғаилә башлығы колхозда ла хеҙмәт иткән, әле Себер тарафтарында аҡса эшләй. Әслүдә ханым да төрлө һөнәрҙәр башҡарған, хаҡлы ялға сыҡҡансы клубта хеҙмәт иткән. Түбәнге Ташлы ауылы ҡыҙы Иҫке Теләүлегә килен булып төшөп, 40 йыл  хәләле менән донъя көтә.

–Ғүмерем ошо ауылда үтте. Иҫке Теләүлене яраттым. Үҙең һәйбәт булһаң, һиңә лә яҡшы булырҙар, – тип бәхетле йылмая ул.

Ябай ғына, ләкин   йылылыҡ, ихласлыҡ бөркөп торған ошондай ғаиләләр менән күберәк аралашҡан һайын, күңелгә көс  өҫтәлә.

 

Автор фотоһы.

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева