

Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт итеүселәр мәғлүмәт йыйыуҙа, хәрби бурыстарҙы үтәү барышында подразделениеларға ярҙам итеүҙә төп ролде уйнай. Бурыстары – йылдамлыҡ, хәлде тиҙ арала баһалау һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү.
Архангел районынан “Арс” позывнойлы яугир, дүрт йыллыҡ контракт хеҙмәтенән һуң, быйыл майҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар сафына ҡушылған. Ул пилотһыҙ системалар ғәскәренең разведка-һөжүм бүлексәһе составында хәрби бурысын үтәй.
Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, бында физик яҡтан ныҡлы булыуҙан тыш, аналитик фекерләү ҡеүәһе лә мөһим. Тиҙ алмашынған хәл-ваҡиға шарттарында тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеү кәрәк. “Һәм, әлбиттә, заман технологиялары үҙенсәлектәрен тәрән аңлау мөһим. Улар пилотһыҙ комплекстар менән эштең нигеҙен тәшкил итә, – ти яугир. – Һинең дөрөҫ эш итеүең кемдәрҙеңдер ғүмерен һаҡлап ҡала – шуны аңларға тейешһең. Ваҡытында иҫкәртмәһәң, дошманды яҡын ебәрһәң, яугирҙәребеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуясаҡһың. Ғөмүмән, операторға шул ҡәҙәр ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән”.
Фото: яугирҙең шәхси архивынан.