Барыһы ла Еңеү өсөн
24 Октября , 04:00

“Мин бында кәрәгерәк!” – ти Юлиә

9 май көнө, МХО тураһында тапшырыу ҡараған мәлендә, яраланған һәм һәләк булған яугирҙәрҙе күреп, “Минең тәжрибәм унда нығыраҡ кәрәк”, тигән ҡарарға килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Мин бында кәрәгерәк!” – ти Юлиә“Мин бында кәрәгерәк!” – ти Юлиә
“Мин бында кәрәгерәк!” – ти Юлиә

Юлиә Кузнецова – Учалы районының Уральск ауылы ҡыҙ. 2023 йылдың майына тиклем уның тормошо һәүетемсә генә дауам итә: медучилищены тамамлаған ҡыҙ Мейәс ҡалаһында төпләнеп, дауаханала эшләй, терапевт менән берлектә ҡабул итеүҙәр алып бара.

9 май көнө, МХО тураһында тапшырыу ҡараған мәлендә, яраланған һәм һәләк булған яугирҙәрҙе күреп, “Минең тәжрибәм унда нығыраҡ кәрәк”, тигән ҡарарға килә. Бөгөн ул – “Ысыҡ” (“Роса”) позывнойлы кесе сержант. Юлиә хәрби-ялан хирургия госпиталендә эшләй. Төп бурысы – табиптарға ярҙам итеү, яралыларҙы бағыу. Һәр төрлө медицина процедуралары башҡарыуҙан тыш, йылы һүҙ, хәстәрлек менән дә яугирҙәрҙең рухын күтәрергә тырыша.

“Был ҡарарҙы ҡабул итеүемә һис тә үкенмәйем. Беҙ бында, ысынлап та, нығыраҡ кәрәк. Беҙ булмаһаҡ, кем?” – ти шәфҡәт туташы.

Тыуған яғында – Учалыла һәм Мейәстә уны яҡындары, ғаиләһе, ҡыҙы көтә. Ҡыйыу шәфҡәт туташына имен хеҙмәт теләйбеҙ!

 

Сығанаҡ: “Берҙәм Рәсәй” – Башҡортостан.

МАХ-тағы “Башҡорт батальоны” каналы.

“Мин бында кәрәгерәк!” – ти Юлиә
“Мин бында кәрәгерәк!” – ти Юлиә
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова