Ҡырмыҫҡалы районынан 12 йәшлек үҫмер дауаханаға эләгә, табиптар уның составында никотин булған матдә ҡулланғандан һуң ағыуланыуын билдәләгән. Әлбиттә, медицина хеҙмәткәрҙәре малайға тәүге ярҙам күрһәтеп, ата-әсәһе менән өйөнә ҡайтарған.
Асыҡланыуынса, 15 йәшлек мәктәп уҡыусыһы интернет аша тәмәкенең бер төрөнә заказ биреп, яҙҙырып ала. Мәктәптә ул 12 йәшлек дуҫына интернет "күстәнәс"тән ауыҙ иттерә һәм малайға тәмәкене "кәнфит" кеүек кенә ул тип аңлата. 12 йәшлек малай был тәмәкене ҡулланғандан һуң, ағыулана һәм дауаханаға оҙатыла.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре 15 йәшлек үҫмерҙең ата-әсәһенә ҡарата административ протокол төҙөгән. Әле был ваҡиға буйынса тикшереү бара.