Бөрйән районы Ҡурғашлы ауылында тауҙарға һыйынып ултырған Гагарин урамы (халыҡ телендә Шанхай тип йөрөтөлә) менән үҙәк урамдар араһында теремек Ҡурғашлы йылғаһы аға. Ҡарар күҙгә бәләкәй генә тойолһа ла, уның аша сығыу йыш ҡына проблемаға әүерелә, яҙлы-көҙлө ваҡытта йәки тәүлектең ҡараңғы мәлендә бигерәк тә.
“Элек йылға аша уҫаҡ ағасынан һалынған баҫма бар ине. Ул һынғас, ҡарағайҙан эшләнеләр. Икеһе лә ирем Русландың башланғысы, беҙҙең урам ир-егеттәре тырышлығы менән атҡарылды. Ә бына ошо көндәрҙә тимерҙән, башҡаса һынмаҫлыҡ итеп, ауылыбыҙ депутаты Виталий Голда ярҙамында яңы баҫма һалынды”, – ти Илүзә Исмәғилева.
Аҡыл эйәһе Конфуцийҙың “Ғүмер буйы ҡараңғылыҡты әрләп ултырғансы, шул ҡараңғылыҡта шәм яндырыу зарур” тигән әйтеме бар. Зарланыр алдынан үҙҙәрен уратҡан мөхитте даими төҙөкләндерергә ынтылған кешеләр булыуы ҡыуандыра.