Кисә Өфөнөң "Восток" шырпы заводындағы ғәҙәттән тыш хәл тураһында билдәле булды: 20 ноябрҙә 30 йәшлек эшсе, йәрәхәттәр алып, дауаханаға эләккән.
Был бәхетһеҙ осраҡ буйынса дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тикшереү башлаған. Һәм, ысынлап та, ағас ҡалдыҡтарын турар өсөн онтағыс барабанына ебәреп торғанда, эшсенең ҡулы транспорт таҫмаһы менән барабан араһында ҡалыуы тураһында мәғлүм була.
Табиптар пациенттың уң ҡулбашының сығыуын һәм унда асыҡ яра булыуын теркәгән. Әлеге мәлдә тикшереү бара, ваҡиғаның сәбәптәре һәм был эштә ғәйеплеләр асыҡлана.