Общие статьи
27 Февраль 2020, 19:30

Кәбеҫтә менән йомортҡанан итле рулет

Уның өсөн беҙгә һыйыр ите, йомортҡа, кәбеҫтә, кишер, һуған, ҡаймаҡ һәм башҡа ризыҡтар кәрәк.

Уның өсөн беҙгә 600-700 грамм һыйыр ите, эслек өсөн 2-3 бешерелгән йомортҡа, 300 грамм кәбеҫтә, бер кишер, бер башлы һуған, дүрт аш ҡалағы ҡаймаҡ, ике аш ҡалағы майонез, ике аш ҡалағы үҫемлек майы, фарш өсөн тәмләткестәр, тоҙ, борос кәрәк.
Тәҡдим иткән ингриедиенттарҙан алты-һигеҙ порция килеп сыға. Рулет өсөн тәүҙә итте бәләкәйерәк киҫәктәргә турайбыҙ. Уға ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Тоҙ, борос, тәмләткестәр ҡушабыҙ ҙа, һәйбәтләп бутап ике сәғәт тирәһенә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ит маринадланғас, уны ит турағыс аша, ә кишерҙе йыуып, ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һуғанды нәҙек кенә ярым түңәрәк итеп киҫәбеҙ. Уларға ваҡлап туралған кәбеҫтә ҡушып, көнбағыш майында 10 минут тирәһе бутап ҡыҙҙырабыҙ.
Бешерелгән йомортҡаны ҡырғыс аша үткәрәбеҙ йәки ваҡ ҡына итеп тураһаҡ та була. Шунан йомортҡаға һыуыған ҡатнашманы ҡушабыҙ.
Артабан фаршты ике өлөшкә бүләбеҙ. Өҫтәлгә аш пленкаһы йәйеп фарштың бер өлөшөн йәйеп һалабыҙ ҙа, уға әҙер ҡатнашманың бер өлөшөн өҫтәйбеҙ. Эргәләрен тигеҙләп пленка ярҙамында рулетты төрәбеҙ. Ҡалған фарш һәм ҡатнашманан шулай уҡ рулет эшләйбеҙ. Шунан форманы көнбағыш майы менән майлап рулеттарҙы теҙәбеҙ. Һәр береһенә майонез буяп, тәмләткестәр һибергә мөмкин. 200 градусҡа тиклем йылытылған мейескә 35 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Шунан өҫтөн фольга менән ҡаплап тағы ла 10-15 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Тәмле ризығыбыҙ әҙер ҙә булды.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас