Общие статьи
29 Февраля 2020, 05:40

Сөгөлдөр һәм эремсектән тәмле салат

Уның өсөн сөгөлдөр, эремсек, йомшаҡ сыр, һарымһаҡ, тоҙ, борос, әлиф майы, лимон һуты, бер бәйләм базилик, анар (гранат) кәрәк.

Уның өсөн ике сөгөлдөр, 200 грамм эремсек, 200 грамм йомшаҡ сыр, ике тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, борос, әлиф майы, лимон һуты, бер бәйләм базилик, анар (гранат) кәрәк.
Тәүҙә сөгөлдөрҙө йыуып фольгаға төрөп, 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә сәғәт ярым бешерәбеҙ. Әҙер сөгөлдөрҙө һыуығас таҙартабыҙ. Айырым һауытта эремсекте, йомшаҡ сырҙы, ваҡланған һарымһаҡты, базиликты тоҙлап, борослап бутайбыҙ. Сөгөлдөрҙө түңәрәкләп ҡырҡабыҙ. Киҫелгән сөгөлдөрҙөң һәр береһенең өҫтөнә ҡатнашманы һылайбыҙ. Ҡатлап теҙәбеҙ. Салатты базилик япрағы, анар менән биҙәйбеҙ. Һәр өлөшөнә лимон һуты һәм әлиф майы менән һибәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас