Уны әҙерләү өсөн һигеҙ тауыҡ янбашы, 50 грамм йәш айыу һуғаны (черемша), 250 миллилитр тауыҡ һурпаһы, 100 грамм аҡ шарап, ½ сәй ҡалағы гәрсис, тоҙ, борос, әнис, зәйтүн майы кәрәк.
Тәүҙә тауыҡ янбаштарын тоҙ, борос һибеп һәйбәтләп һөртәбеҙ. Айыу һуғанын ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Табаға зәйтүн майы ҡойоп тауыҡ ҡыҙарғансы ҡыҙҙырабыҙ. Әҙер булғас, утын кәметәбеҙ ҙә, гәрсис буталған һурпаны, аҡ шарапты, ваҡлап туралған айыу һуғанын өҫтәп тағы ла 25-30 минут тирәһе быҡтырабыҙ.
Бына тәмле ризығыбыҙ әҙер ҙә булды. Өҫтәлгә йәшел әнис менән бирергә мөмкин.