Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2020 йылда «Ҡала төҙөү сәйәсәте, халыҡтың йәшәйеше өсөн уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү» номинацияһында «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итә башланы. Был турала министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Бәйге ике категорияға бүленә, беренсеһендә – ҡала округтары һәм ҡала биләмәләре, икенсеһендә ауыл биләмәләре ҡатнашыу хоҡуғына эйә.
Конкурс ғаризаларын электрон формала – 2020 йылдың 20 июненә тиклем Khaydarov.AR@bashkortostan.ru электрон почтаһына йә иһә ҡағыҙ форматта 450059, Ст. Халтурин урамы, 28, БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы адресы буйынса ебәрергә мөмкин. «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» Бөтә Рәсәй конкурсы урындағы үҙидара органдарының әүҙемлеген арттырыу, урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм муниципаль идара итеүҙе ойоштороу буйынса урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең иң яҡшы тәжрибәһен асыҡлау, дәртләндереү һәм таратыу өсөн үткәрелә.
Конкурста беренсе урын яулаған муниципалитеттар Башҡортостан хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә. Премия аҡсалары ҡала төҙөү сәйәсәте, халыҡтың йәшәйеше өсөн уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү буйынса саралар башҡарыуға сарыф ителеүе ҡаралған. Республика этабында еңеүселәрҙең ғаризалары «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» конкурсының Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашыу өсөн Федераль конкурс комиссияһына ебәрелә.
Конкурста ҡатнашыу тәртибе менән киләһе һылтанма аша үтеп танышырға мөмкин.