Общие статьи
7 Октябрь 2020, 14:30

Тәтешлелә – ике ФАП

Иҫке Ҡайпан, Ҡарман һәм Мәмәтәй халҡы оло ҡыуаныс кисерҙе

Бөгөн Тәтешленең Иҫке Ҡайпан һәм Мәмәтәй ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.
Модулле ФАП-тарҙы был ауыл кешеләре күптән көткән. Иҫке Ҡайпандағы бина иҫкереп, авария хәлендә, тип танылған булған. Ҡарман ауылы халҡы ла ошонда хеҙмәтләндерелгән.
Яңы ФАП-тарҙа ҡабул итеү, процедуралар, кейем һаҡлау бүлмәләре, дарыуҙар склады, уңайлы санитар шартттар бар. Ошондай яҡшы, заманса медицина учреждениеһында Иҫке Ҡайпан менән Ҡарман ауылдарының 400-гә яҡын кешеһе ҡарала ала.
Мәмәтәй ауылындағы икенсе ФАП-ҡа ауылда йәшәгән 275 кеше йөрөү мөмкинлегенә эйә.
ФАП-тар янғын хәүефһеҙлеге, төҙөлөш һәм санитар ҡағиҙәләренә тулыһынса яуап бирә.
Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ингән “Беренсе медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү” проекты йыраҡ араларҙа урынлашҡан ауылдар халҡына медицина ярҙамын яҡшыртыуҙы күҙ уңында тота. Уға ярашлы, Тәтешле районында 2020 йылда биш ФАП асылыуы көтөлә. Ошо арала яңы ФАП-тар Бәҙрәш, Бүл-Ҡайпан, Иҫке Ҡәлмиәр ауылдарында асылыр, тип күҙаллана.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Читайте нас