Кисә Белорет районы Сосновка ауылында төҙөкләндерелгән ауыл мәҙәниәт йорто ишектәрен асты. Ауыл халҡы өсөн ҡыуаныслы яңылыҡты Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайты хәбәр итә. Сосновкалағы мәҙәниәт усағы район мәҙәниәт йортоноң филиалы булып тора.
Күркәмләндерелгән мәҙәниәт йорто – В.В. Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проектын ғәмәлләштереү буйынса райондағы тәүге объект. Уны төҙөкләндереү Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән тормошҡа ашырылды.
Яңыртылған мәҙәниәт йортонда модель китапхана ла урынлашҡан. Бында шулай уҡ йәмғеһе ун ижади коллектив һәм берләшмәләр эшләй, уларҙа төрлө йәштәге кешеләр шөғөлләнә ала.
Рәсәйҙә тормошҡа ашырылып килгән “Мәҙәниәт” милли проектына ҡараған “Мәҙәни мөхит” республика проекты аша бүленгән аҡса мәҙәниәт йортонда яҡшы шарттар булдырырға ярҙам иткән, мәҙәниәт усағы күркәм, заманса төҫ алған. Шулай уҡ тауыш һәм яҡтыртыу ҡорамалдары һатып алынған. Төҙөкләндерелгән бинала ҡурай музыка класы, милли көрәш секцияһы эшләй башлары күҙаллана.
Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев ҡатнашты һәм министрлыҡтың Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.
Фото – Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы сайтынан.