Общие статьи
17 Ноябрь 2020, 06:45

Хәйер һорап йөрөгән

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре өлкән йәштәге ҡатынды тотҡан. Баҡтиһәң...

Был өлкән йәштәге ҡатын баш ҡаланың теге йәки был юл сатында даими хәйер һорап йөрөгән. Был юлы водителдәр уны Менделеев урамында машиналар араһында күргән. Ә быға тиклем ҡатын Чернышевский менән Әй урамдары сатында теләнселәгән.
Ҡатынды бик йәлләһәләр ҙә, водителдәр әйтеүенсә, ул авария хәленә булышлыҡ итеп, рулдәгеләрҙең иғтибарын ситкә йүнәлтә. Өҫтәүенә ҡатын бәләкәй генә буйлы, шуға уны ҡапыл шәйләп алыуы ла ҡыйын.
“Республика баш ҡалаһының Менделеев урамындағы машиналар араһында йөрөгән ҡатындың шәхесен, хәлде асыҡлау өсөн ул полиция бүлексәһенә килтерелгән”, – тип белдергәндәр республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Әйткәндәй, водителдәр Аврора менән Менделеев урамдарында машиналар араһында коляскалағы һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән ирҙе лә күргән. Уның да хәүефле хәлгә тарыуы мөмкин.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас