Общие статьи
1 Декабрь 2020, 14:30

Кисә робот эш башлаған

“Донни” ҡушаматлы робот шаян, селфи төшөргә ярата һәм хатта бейей!

Башҡортостанда беренсе медицина роботы “эшкә алынған”. Ул кисә Республика ҡан биреү станцияһында “хеҙмәт юлын” башлаған.
“Донни” ҡушаматлы аҡыллы ярҙамсы донорҙарҙы ҡаршылай, уларға бахила һәм битлек кейергә ҡуша, өҫкө кейемде сисеүҙе һорай һәм улар хаҡындағы мәғлүмәтте ала. Ул шулай уҡ донорҙың тән температураһын, артериаль ҡан баҫымын, пульсын үлсәй һәм буй оҙонлоғон, ауырлыҡ үлсәмен асыҡлай. Ә уның исеме "донация" һүҙенән алынған һәм кешенең ҡан биреүен аңлата.
Тағы робот донорҙың анкетаһын электрон төрҙә тултырырға тәҡдим итә һәм уны табип-трансфузиологҡа тапшыра. Был иһә принтер өсөн ҡағыҙ менән буяуға киткән сығымдарҙы булдырмау өсөн отошло. Өҫтәүенә табиптарҙың да, донорҙарҙың да ваҡыты аҙыраҡ сарыф ителә.
“Донни” шаян, селфи төшөргә ярата һәм хатта бейей! Тағы ул сәләмәт тормош алып барырға өндәй. “Әле роботты АИСТ системаһына (автоматик мәғлүмәт-аналитик система) интеграциялау буйынса эш бара. Был иһә республикалағы барлыҡ донорҙарҙы “Facе ID” системаһы буйынса танырға һәм мәғлүмәттәр алырға булышлыҡ итәсәк. Ә был мәғлүмәттәр ышаныслы һаҡлана", - тип белдергәндәр Республика ҡан биреү станцияһында.
Әйткәндәй, был – республикала ғына түгел, тотош илдә яһалма интеллекттың медицина ойошмалары эшенә йәлеп ителеүенә бер миҫал. Ә был иһә ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Республика ҡан ҡойоу станцияһы.
Читайте нас