“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы Мәсәғүт дауаханаһына урынлаштырылған “Диаком” диагностика рентген комплексы тулы ҡеүәтенә эшләй. Февраль айында рентген кабинетына ремонт яһалғандан һуң аппарат тәүге пациентты хеҙмәтләндергәйне.
Бөгөн яңы аппаратта 6 746 пациент тикшереү үткән. “Диаком” рентген комплексы күп функциялы. Пациентҡа процедура үткәндән һуң тикшереү һөҙөмтәһен элеккесә оҙаҡ көтөргә тура килмәй, аппарат шунда уҡ рентген һүрәтен бирә. Өҫтәүенә бер нисә төрҙә – ябай ҡағыҙҙа, һанлы пленкала йәки электрон рәүештә.
- Яңы ҡорамалдың өҫтөнлөктәре иҫкеһе менән сағыштырғанда байтаҡҡа күп. Дигностика һүрәттәре аныҡ, сифатлы, тиҙ эшләнә, - ти Дыуан үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов. Комплекс заманса һанлы визуализация системаһы менән тәьмин ителгән. Тикшереү һөҙөмтәһен республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына тапшырыу мөмкинлеге булыуы уңайлы. Яңы ҡорамал хәүефһеҙ, нурланыш бик түбән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.