Бының өсөн ике йомортҡа, бер стакан шәкәр, бер стакан һөт, бер стакан ҡайнатма (ҡарағат, еләк, слива һ.б), ике сәй ҡалағы сода, ике стакан он кәрәк. Крем өсөн: ике стакан ҡаймаҡ, ярты стакан шәкәр пудраһы.
Башта ике йомортҡаға бер стакан шәкәр, бер стакан һөт, бер стакан ҡайнатма, ике стакан он, ике сәй ҡалағы сода һалып ҡамыр әҙерләйбеҙ. Шунан мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, ҡамырҙы икегә бүлеп, ике корж бешерәбеҙ ҙә уртаға бүләбеҙ.
Артабан кремға тотонабыҙ. Ике стакан ҡуйы ҡаймаҡҡа ярты стакан шәкәр пудраһы һалып һәйбәтләп туғыйбыҙ, коржиктарҙы крем менән буяйбыҙ. Әҙер тортты һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Сәйегеҙ тәмле, байрамығыҙ йәмле булһын!