Быйыл тәүге тапҡыр иғлан ителгән “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы, һис шикһеҙ, үткән йылғы мәҙәни саралар араһында иң сағыуы булғандыр. Уны хатта ысын мәғәнәһендә йыл конкурсы тип атарға мөмкин. Ни өсөн тигәндә, башҡа төрлө бәйгеләр араһында ул халҡыбыҙҙың матди-мәҙәни байлығына ҡараған башҡорт милли кейемен һаҡлау, уның тарихи өлгөләрен тергеҙеү әһәмиәте буйынса ифрат мөһим ине.
Бәйгене ул саҡта республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Милли музей ойошторҙо. Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙән киләсәктә күргәҙмә ойошторорға ла планлаштырылғайны.
Һәм бына, ниһайәт, ул көн килеп етә! Башҡортостандың Милли музейы башҡорт милли кейеме өлгөләренән торған күргәҙмә башланыры хаҡында иғлан итә. Был хаҡта музейҙың интернет селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр ителде.
Халҡыбыҙҙың ысын хазиналарын сағылдырған сағыу күргәҙмә 3 февралдә башланып, 28-енә тиклем дауам итә. Халҡыбыҙ тарихының ифрат бай мәғлүмәти сағылышы, ҡабатланмаҫ матди-мәҙәни мираҫы өлгөләрен күргегеҙ килһә, күргәҙмәнән ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!
“Быға тиң күргәҙмә әлегәсә булғаны юҡ. Музей коллективы барыһын да ошо сараға саҡыра. Килегеҙ, күрегеҙ, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар – вәғәҙә!” – тип өндәй республикабыҙҙың Милли музейы.