Общие статьи
31 Ғинуар 2021, 18:45

Баш ҡалала бушлай мәҙәни һәм спорт саралары үтте

Бөгөн, 31 ғинуарҙа, Өфөлә байтаҡ мәҙәни һәм спорт саралары үтте. Уларҙы халыҡ бушлай йә ташлама менән ҡараны.

Бөгөн, 31 ғинуарҙа, Өфөлә байтаҡ мәҙәни һәм спорт саралары үтте. Уларҙы халыҡ бушлай йә ташлама менән ҡараны. Был турала баш ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында хәбәр ителә.
Әйтәйек, һырғалаҡтарҙың (каток) күбеһе бушлай эшләне, ә ҡайһыларылыр инеүгә, кәрәк-яраҡты ҡуртымға алыуға ҙур ташламалар яһаны. Тау саңғыһы спортын яратҡандар ошо төр спорт буйынса Олимпия резервы мәктәбендә ташламаларға эйә булды.
Өфөләр, баш ҡала ҡунаҡтары Өфө ҡалаһы тарихы музейына, В.И.Лениндың йорт-музейына, Өфө ҡала планетарийына бушлай инә алды. Теләгәндәргә шулай уҡ республиканың Хәрби дан, М.В.Нестеров исемендәге, Милли музейҙарына барыу мөмкинлеге лә булды.
Үҫмерҙәр клубтарында ла төрлө танып белеү-күңел асыу һәм спорт саралары үткәрелде: викториналар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, концерттар, эстафеталар.
Бынан тыш, Өфөнөң ҡайһы бер райондарында ауыл хужалығы йәрминкәләре булып үтте. Бында ит, һөт продукциялары, кондитер изделиелары, туңдырылған еләк-емеш һатып алырға мөмкин булды.
Фото: //ufacity.info/
Читайте нас