Общие статьи
30 Ғинуар 2021, 19:30

Тағы ла - 168!

Нисәмә көн инде ошо һан ҡабатланып, ауырыуҙар һанын арттыра...

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә йәнә 168 кешелә коронавирус сире раҫланды. Нисәмә көн инде ошо һан ҡабатланып, ауырыуҙар һанын арттыра. Шулай итеп, республикала вирусты йоҡторғандар һаны 24 080 кешегә етте. Шуларҙың 18 234-е һауыҡҡан, 172-һе һуңғы тәүлектә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә тағы ике пациенттың вафат булыуы асыҡланды. Пандемия осоронда ковид ҡорбандары һаны 184-кә етте.
Оператив штаб хәбәр итеүенсә, COVID-19 диагнозы раҫланған 5 662 ауырыу дауаланыуын дауам итә. Уларҙың 421-е - стационарҙарҙа, ҡалғаны амбулатор шарттарҙа дауалана.
Үткән тәүлектә Рәсәйҙә 19 032 кешенең вирусты йоҡтороуы асыҡланды. Вафат булыусылар ҙа байтаҡ - 512 кеше.
Республикала санитария-эпидемиология талаптары ҡайһы бер учреждениеларға ҡарата йомшартылһа ла, битлек режимы әүәлгесә һаҡлана. Үҙегеҙҙе генә түгел, яҡындарығыҙҙы ла сир йоҡтороуҙан һаҡларға тырышығыҙ!
Фото: BashNews.
Читайте нас