Общие статьи
2 Февраль 2021, 14:30

“ОнкоПатруль”эш башлай

Онкология осраҡтарының 15-20 проценты ғына генетика менән бәйле. Ҡалғандары...

4 февралдә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, “ОнкоПатруль” Бөтә Рәсәй акцияһы старт ала. Өс көн буйына ирекмәндәр-табиптар халыҡҡа онкология сирҙәренең үҫеш сәбәптәре, уларҙы иҫкәртеү саралары, заман диагностикаһы һәм дауалау нигеҙҙәре тураһында аңлатасаҡ. Социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәт кампанияһы йәйелдереләсәк, викториналар үткәреләсәк.
Эш бер нисә йүнәлештә алып барыласаҡ: лекторийҙар, флешмобтар, диагностика буйынса оҫталыҡ дәрестәре, анкеталар, әңгәмәләр фәһемле буласаҡ. Төбәктәрҙә акцияға ярашлы тире яман шеше, һөт биҙҙәре һәм үпкә яман шештәре темалары буйынса онлайн-лекторийҙар ойоштороласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, онкология осраҡтарының 15-20 проценты ғына генетика менән бәйле. Ҡалғандары кешенең йәшәү рәүеше менән тығыҙ бәйләнгән. Хәүеф факторҙарын кәметеү һәр кемдең ҡулынан килерлек. Олоғайыу ҙа хәүефте бер ни тиклем арттыра. 65 йәштән һуң организмда шештәр барлыҡҡа килеү хәүефе 7-10 процентҡа арта, ти табиптар.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, илдә онкология сирҙәренә дусар 640 мең пациент теркәлгән. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, алты йылда онкологиянан үлем осраҡтарын 100 мең кешегә 185 осраҡҡа тиклем кәметеү бурысы ҡуйылған. Быға өлгәшеү өсөн халыҡты заманса дарыуҙар менән тәьмин итеү планлаштырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас