Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Февраль 2021, 19:35

“Ҡасан бәҙрәф урыны булыуҙан туҡтар?”

Благовещендан Олеся Куликова йорт янындағы майҙансыҡтың... бәҙрәфкә әйләнгәненә борсолоу белдерә һәм был мәсьәләнең ҡасан хәл ителере менән ҡыҙыҡһына.

“Инцидент-менеджмент” системаһы республикала йәшәгән халыҡтың социаль селтәрҙәрҙә кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән мөрәжәғәттәрен теркәүҙе дауам итә. Яңыраҡ ул Благовещен ҡалаһында йәшәгән Олеся Куликованың яҙмаһын да иғтибарға алған. Ул Социалистик урамы, 18/1 йорто янындағы ҡаласыҡтың... бәҙрәфкә әйләнеүенә борсолоу белдерә һәм был мәсьәләнең ҡасан хәл ителере менән ҡыҙыҡһына.
Мөрәжәғәт теркәлгәс, билдәле, эш урынынан ҡуҙғала. Олеся яҙған ҡаласыҡ ул балалар һәм спорт майҙансығы булырға тейеш икән, баҡһаң. Хакимиәт эште күҙәтеүгә алып, унда урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы төҙөү-йүнәтеү эштәре башлана.
Йәйәүлеләр өсөн юл төҙөкләндерелеп, унда асфальт йәйелә, йомшаҡ япма түшәлә, балаларға уйын ҡорамалдары ҡуйыла. Район хакимиәтенең мөрәжәтсегә яуабынан шул күренә: план буйынса үткән йыл аҙағында эш тамамланырға тейеш булһа ла, ҡайһы бер етешһеҙлектәр асыҡланып, подряд ойошмаһына уларҙы ғинуар аҙағына тиклем бөтөрөргә ҡушыла. Һәм бына, ниһайәт, бар етешһеҙлектәр юҡҡа сығарылып, Благовещен ҡалаһының Социалистик урамы, 18/1 йорто янында йыйнаҡ ҡына балалар уйын майҙансығы барлыҡҡа килә.
Хакимиәт шуны ла хәбәр итә: ғинуар аҙағында был микрорайонда йәшәүселәр менән әлеге спорт майҙансығын шул уҡ республика программаһы буйынса артабан күркәмләндереү мәсьәләһе буйынса йыйылыш үткәрелгән. Һөҙөмтә булараҡ, йәй-көҙ айҙарында был майҙансыҡҡа балаларға һәм өлкәндәргә тәғәйенләнгән спорт ҡорамалдары ҡуйырға хәл ителгән. Майҙансыҡ Благовещен ҡалаһы хакимиәте балансына алынған.
Читайте нас: