Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Март 2021, 10:30

Стәрлетамаҡта депутат вафат булған

Александр Николаевич үҙенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешеләргә булышлыҡ итте.

7 мартта Стәрлетамаҡ ҡала советы депутаты Александр Руденко ваҡытһыҙ донъя ҡуйған. Уға бары 59 йәш булған.
Александр Руденко Стәрлетамаҡ машина төҙөү заводының инженер-программалаусыһынан алып алдынғы «Спутниковые телекоммуникации Башкортостана» компанияһының генераль директоры вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үткән, тип хәбәр итә ҡала советының матбуғат хеҙмәте.
Ҡала хакимиәте, мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып: “Александр Николаевичтың Стәрлетамаҡ ҡала медиаһы үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, – тип яҙа. – Уның ойоштороу һәләте ярҙамында беҙҙең ҡалала телевидение һәм радио яңы кимәлгә күтәрелде. Александр Николаевич ҡала һәм республика өсөн тәғәйенләнгән күп проекттарҙы уңышлы атҡарып сыҡты.
Ул бер ҡасан да Стәрлетамаҡ һәм уның халҡы яҙмышына битараф булманы. Ике саҡырылышта ҡала округы советының депутаты булараҡ, үҙенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешеләргә булышлыҡ итте, ҡала тормошон яҡшыртыуға бағышланған күп проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашты, мәрхәмәтлелек менән шөғөлләнде. Дүрт йыл буйы йәштәр советының кураторы булды, йәштәрҙең башланғыстарын хупланы, ҡала һәм республика кимәлендәге проекттарын бойомға ашырыуҙа ярҙам итте.
Александр Николаевич аҡыллы, ғәҙел етәксе ине, хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары араһында тәрән ихтирамға лайыҡ булды. Уның тураһындағы яҡты иҫтәлек ғүмергә беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланыр”, - тип белдерҙе.
Фото: sterlitamakcity.ru
Читайте нас: