Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Март 2021, 15:30

“Хазина”быҙ кейәүгә сыҡты

Миләүшәнең һөйгәне кем тиһегеҙме?

Баймаҡ ҡалаһында тыуып-үҫкән ифрат талантлы бейеүсе ҡыҙ – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миләүшә Хәйбуллинаны күбеһе беләлер. Башҡорт милли бейеүен, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың бай, сағыу мәҙәниәтен киңерәк танытыу йәһәтенән байтаҡ эш башҡара ул. Беҙҙең гәзит төркөмөндә лә, сайтыбыҙҙа ла, гәзит биттәрендә лә көҙөн ул төшкән “Хазина” бейеү клибы, ундағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме хаҡында ентекле генә һүрәтләү биреп барғайныҡ. Кисә бейеүсе тормошондағы матур яңылыҡ билдәле булды: ул ғаилә ҡорҙо. Был хаҡта күп яҙып тормай ғына, Миләүшә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ғүмеренең иң сағыу, бәхетле бер мәлен сағылдырған иҫтәлекле фотоһы менән бүлеште.
Миләүшәнең һөйгәне, хәҙер инде хәләл ефете Фәрит Хәйбуллин табип-травматолог икән. Егеттең атаһы менән әсәһе – Әбйәлилдән. Танышыуҙары тарихын Миләүшә үҙе һөйләп ишеттерҙе.
Былтыр тап 25 мартта бейеүсе аяғын һындырып, оҙаҡ ҡына дауаланырға мәжбүр булған. Шул саҡта танышҡан да инде ике йәш йөрәк – бейеүсе менән табип. Икеһенең дә фамилиялары бер иш булғанына таң ҡалған улар. Шулай, ЗАГС-та яҙылышҡас, Миләүшәгә фамилияһын үҙгәртеп, паспорт алыштырып йөрөргә лә түгел!
Бына бит яҙмыш нисек хәл итә: йәштәрҙең танышыу-табышыуына сәбәпсе булған күңелһеҙ хәл уларҙың киләсәген билдәләгән, баҡһаң! Ә кисә, танышҡандарына теүәл бер йыл тигәндә, Миләүшә менән Фәрит никах уҡытып, был көндө үҙ ғаиләләренең иң иҫтәлекле датаһына әйләндергән.
Йәштәргә никахты Өфөнөң Туҡай урамында урынлашҡан Беренсе йәмиғ мәсетендә Тәлғәт Тажетдин уҡыған. Иҫтәлекле байрамға парҙың яҡын туғандары йыйылған.
Туй тантанаһын йәштәр йәйгелеккә, республикабыҙҙа шаулап-гөрләп VI Бөтә донъя Фольклориадаһы үтеп киткәс, үткәрергә ниәтләй.
Яңы ғына яралған йәш, матур башҡорт ғаиләһе өсөн ихлас ҡыуанып, парға һөйөү ялҡынын һүндермәй, бәхетле ғаилә төҙөргә, оҙон-оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп, бер йән булып йәшәргә теләйбеҙ!
Фотолар: М.Хәйбуллинаның шәхси архивынан.
Читайте нас: