Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Апрель 2021, 10:00

Ҡарлы ямғыр көтөлә

Башгидрометеоүҙәк алдағы көндәргә һауа торошон күҙалланы.

Башгидрометеоүҙәк алдағы көндәргә һауа торошон күҙалланы. Ведомство мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн төбәктә ямғыр көтөлә. Ел төнъяҡ-көнсығыштан, талғын, республиканың көнъяҡ райондарында көслө булмаҡсы. Һауа температураһы төндә -1°, +4°, көндөҙ йылыраҡ – +8° - +13°.
Иртәгә, 28 апрелдә төндә һәм таң менән ҡар ҡатыш ямғыр буласаҡ тип фараз итәләр. Ел көнъяҡ-көнбайыштан, талғын. Төндә һауа температураһы -1°, +4°, көндөҙ +9°, +14° булыуы көтөлә.
Фото: Горобзор.
Читайте нас: